Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБЫҘГИЛДИН Юнир Миңлеғәле улы

Просмотров: 859

АБЫҘГИЛДИН Юнир Миңлеғәле улы [20.11.1939, БАССР‑ҙың Маҡар районы Сәлих а. (БР‑ҙың Ишембай районы) — 23.10.2007, Өфө ҡ.], инженер-технолог. Техник фәндәр докторы (1980), профессор (1981). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1962) шунда уҡ эшләй: 1974 й. алып нефть һәм газ технологияһы кафедраһы мөдире, 1977 й. — киске факультет деканы, 1980 й. — химик-технологик процестарҙы автоматлаштырыу кафедраһы мөдире, 1986—2004 йй. ғилми эштәр буйынса проректор. Фәнни тикшеренеүҙәре углеводород сеймалын эшкәртеү һәм нефть коксы етештереү проблемаларын өйрәнеүгә арналған. А. етәкселегендә нефть һәм нефть продукттары составындағы углеводород класына инмәгән компоненттарҙы анализлау ысулдары, нефть фракцияларын һәм нефть коксын көкөрт ҡушылмаларынан таҙартыу алымдары, технологик процестарҙың һыҙыҡлы схемаларын проектлау юлдары эшләнгән.

 Х е ҙ м.: Вопросы рационального использования отходов нефтепереработки и нефтехимии. Уфа, 1976 (авторҙ.); Порфирины и металлопорфириновые комплексы нефтей. М., 1977 (авторҙ.); Нефтяной кокс. М., 1992 (авторҙ.); Обеспечение промышленной безопасности производственных объектов топливно-энергетического комплекса Республики Башкортостан. Уфа, 1999.

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.04.2023