Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИСЯРИН Василий Григорьевич

Просмотров: 554

БИСЯРИН Василий Григорьевич (1893, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡытау‑Ивановка Заводы а., хәҙ. Ҡытау‑Ивановка ҡ. — 13.4.1949, Мәскәү), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. 1914 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл профессура тарих‑партия ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1932). 1919 й. февр.—мартында, 1921 й. дек. — 1922 й. июлендә РКП(б)‑ның Өфө губерна ком‑ты, 1922 й. июль—сент. РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты секретары. 1919 й. июленән 27‑се, окт.—дек. 26‑сы уҡсылар див. хәрби комиссары. 1920—21 йй. Алыҫ Көнсығыш респ. Халыҡ‑революцион армияһы командующийы ярҙамсыһы, РКП(б) ҮК‑ның Алыҫ Көнсығыш бюроһы ағзаһы. 1923 й. алып ВКП(б) ҮК‑ның бүлек мөдире урынбаҫары. 1925—30 йй. ВКП(б)‑ның Новгород губерна ком‑ты секретары, Ленинград ҡала һәм өлкә халыҡ мәғарифы бүлектәре мөдире. 1932 й. алып Мәскәү өлкә эшсе, һалдат һәм ҡыҙылармеец депутаттары советы рәйесе урынбаҫары, 1934 й. — Мәскәү өлкә халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, 1936 й. — Мәскәү өлкә сәнғәт эштәре б‑са идаралыҡ начальнигы. 1942 й. башлап Үҙәк дарыухана склады идарасыһы, 1945—47 йй. СССР Һаулыҡ һаҡлау ХК‑ның Баш дарыухана идаралығы начальнигы.

Әҙәб.: Солдаты Октября. Челябинск, 1988.

Ғ.Д.Ирғәлин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019