Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОРИСОВ Алексей Никифорович

Просмотров: 863

БОРИСОВ Алексей Никифорович, дәүләт эшмәкәре. Надворный советник (1768). Дворяндарҙан. 1734 й. алып рус армияһында, премьер-майор (1759). 1762 й. башлап — Белгород губ. Салтов ҡ., 1770—78 йй. Өфө провинцияһында воевода. 1773 й. окт. — 1774 й. мартында баш күтәреүселәр ғәскәрҙәренән Өфөнө обороналауға етәкселек итә [ҡара: Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75)]. 1775 й. февр. улустар б‑са мәғлүмәт йыйыуҙы ойоштора һәм ихтилалда ҡатнашыусы башҡорттар, мишәрҙәр, типтәрҙәр һәм төбәктең башҡа халыҡтары иҫәбе исемлеген төҙөй. Май—июлдә Салауат Юлаев һәм Юлай Аҙналин эше б‑са тикшереү алып бара. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Әҙәб.: Гвоздикова И.М. История города Уфы (по страницам одной рукописи) //Ватандаш. 1999. №1.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019