Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЙВАЗОВ Борис Викторович

Просмотров: 1033

АЙВАЗОВ Борис Викторович (30.3.1911, Санкт‑Петербург ҡ. — 15.7.2004, Өфө ҡ.), физик-химик. Химия фәндәре кандидаты (1949). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967), СССР‑ҙың юғары белем биреү отличнигы (1975). 1931 й. алып Гидрология институтында (Ленинград ҡ.), 1934 й. — СССР ФА‑ның Химик физика институтында (Мәскәү ҡ.) эшләй, 1949 й. башлап Горький университетында лаборатория мөдире. 1951 й. алып СССР ФА Башҡортостан филиалының Химия бүлегендә өлкән ғилми хеҙмәткәр; 1958—82 йй. БДУ‑ла: 1962 й. алып фәнни эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1962—67 йй. физик һәм аналитик химия кафедраһы мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре углеводородтарҙың түбән температураларҙа окисланыу механизмы, ҡаты ракета яғыулыҡтары ҡатнашмаһы проблемаларына, химик процестарҙы өйрәнеүҙә инәүле атомдар ҡулланыуға, нефть дистилляттары һәм һауа составына ингән көкөртлө органик берләшмәләрҙе аныҡлау өсөн хроматографик анализ ысулдарын камиллаштырыуға арналған. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән (1954).

Хеҙм.: Физико-химические константы сераорганических соединений. М., 1964 (авторҙ.); Основы газовой хроматографии. М., 1977; Введение в хроматографию. М., 1983.

Ф.Х.Ҡудашева

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

 

Ф.Х.Ҡудашева
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.08.2022