Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БРИЛЛИАНТОВ Александр Иванович

Просмотров: 1008

БРИЛЛИАНТОВ Александр Иванович (1870—?), революция хәрәкәте эшмәкәре. 1907 й. алып Социал-революционерҙар партияһы, 1917 й. — Һул социал‑революционерҙар (интернационалистар) партияһы ағзаһы. Священник ғаиләһенән. 1890 й. башлап Енисей губ. Еловский а., 1902 й. — Минусинск ҡ. священник. Партияға ингән өсөн дәрәжәһенән мәхрүм ителә. 1907 й. 2‑се Дәүләт думаһы депутаты (Енисей губ. һайлана), сиркәү мәсьәләләре б‑са комиссия ағзаһы. 1908 й. алып Өфөлә йәшәй, 1914 й. Өфө ҡала идаралығы бухгалтеры. 1917 й. Социал‑революционерҙар партияһының Өфө губерна ком‑ты рәйесе. Март—дек. Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советы ағзаһы, бер үк ваҡытта июндән Өфө губерна крәҫтиән депутаттары советының башҡарма ком‑ты рәйесе, июлдән — Өфө ҡ. башлығы һәм окт. — Өфө губерна революцион комитеты ағзаһы. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы депутаты. 1918 й. ғин.—июлендә Бөтә Рәсәй ҮБК, РСФСР ХКС‑ы һәм финанс ХК коллегияһы ағзаһы. 1921 й. Өфө губерна аҙыҡ‑түлек ком‑ты хеҙм‑ре. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Г.В.Мордвинцев, Ф.Д.Әхмәрова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019