Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БРЮХАНОВ Николай Павлович

Просмотров: 748

БРЮХАНОВ Николай Павлович (16.12.1878, Сембер ҡ. — 1.9.1938, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 30.6.1943), революция хәрәкәте эшмәкәре, совет партия‑дәүләт эшмәкәре. Дворяндарҙан. 1902 й. алып РСДРП ағзаһы. Мәскәү (1898—99, 1900—01) һәм Ҡазан (1901—03) ун‑ттарында уҡыған. 1899 й., 1903 й. һәм 1912 й. ҡулға алына һәм һөргөндә була. 1903 й. — РСДРП‑ның Ҡазан ком‑ты, 1905—06 йй., 1907—12 йй. һәм 1917 й. — Өфө ҡала, 1908—12 йй. Урал өлкә ком‑ттары ағзаһы, “Уфимский рабочий” (1908—20‑се йй.), “Уральский рабочий” (“Урал эшсеһе”; Екатеринбург ҡ., 1907—08 йй., 1908—20‑се йй.) гәз. мөхәррире. Революция (1917) барышында Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советы башҡарма ком‑ты рәйесе, Өфө ҡала думаһының аҙыҡ‑түлек ком‑ты рәйесе урынбаҫары һәм ағзаһы, 1917 й. окт. — 1918 й. февр. Өфө губерна революцион комитеты ағзаһы, Өфө губерна аҙыҡ‑түлек ком‑ты рәйесе. 1918 й. алып дәүләт власының үҙәк органдарында эшләй: 1922 й. РСФСР‑ҙың, 1923—24 йй. СССР‑ҙың аҙыҡ‑түлек халыҡ комиссары, 1926—30 йй. СССР‑ҙың финанстар халыҡ комиссары. СССР ҮБК‑ның 1—7‑се саҡырылыш ағзаһы. Репрессиялана (1938), атыла (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, тотҡонлоҡта вафат була). 1956 й. аҡлана.

Әҙәб.: Кизин Ю.П. Николай Павлович Брюханов. Уфа, 1968; Гусятников П.Р. Революционное студенческое движение в России. М., 1971; Асабин Е.П. Под знаменем революции. Уфа, 1991.

Е.П.Асабин

Тәрж. Ә.Ф.Ҡарағужина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019