Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АНИЧКОВТАР, Оничковтар

Просмотров: 1248

АНИЧКОВТАР, Оничковтар, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Берк мырҙа, ул 14 б. башында Мәскәү кенәзе Даниил Александровичҡа хеҙмәткә инә һәм Оникий исеме м‑н суҡына. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Владимир Александрович А. 1590 й. алып Ҡазан стрелецтары башлығы. 1603 й. ҡалмыҡтарға барған илселеккә етәкселек итә, 1611—12 йй. 2‑се (Түбәнге Новгород) ополчение составында Рәсәйҙе поляк интервенцияһынан азат итеүҙә ҡатнаша. Уның ейәндәре: Фирс Александрович А. 17 б. башында поместье һәм аҡсалата эш хаҡына хәрби хеҙмәткә алына. 1607 й. ҡалмыҡтарҙың Өфө өйәҙенә һөжүмен кире ҡаҡҡанда хеҙмәтле кешеләр отрядына етәкселек итә. 1647 й. Шөғөр й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында 550 сирек ере һәм ауылы (12 ир‑ат йәшәгән 5 йорт) була; Юрий Александрович А. 17 б. башында хәрби хеҙмәткә алына. 1642 й. ҡалмыҡтарға ҡаршы походта Өфө дворяндары, казактары һәм стрелецтары отрядына етәкселек итә. 1647 й. Шөғөр й. буйында ере һәм ауылы (20 ир‑ат йәшәгән 9 йорт) була, 1648 й. Собор уложениеһын төҙөүҙә ҡатнашҡаны өсөн 100 сирек ер м‑н бүләкләнә; Сергей Александрович А. 17 б. башында хәрби хеҙмәткә алына. 1604 й. Себерҙә ҡәлғәләр төҙөүҙә ҡатнашҡаны өсөн 20 сирек ер м‑н бүләкләнә. Владимир Александрович А. 13 бүләһенән 3‑өһө билдәле: Никита Фирсович А. 1643 й. хәрби хеҙмәткә алына. 1667 й. 100 сирек ер м‑н бүләкләнә. Башҡорт ихтилалын (1662—64) баҫтырыуҙа, 1668—69 йй. ҡалмыҡтар һөжүменән Өфө өйәҙен обороналауҙы ойоштороуҙа ҡатнаша; Никита Юрьевич А. 1645 й. хәрби хеҙмәткә алына. 1687 й. һәм 1689 й. Ҡырым походтарында ҡатнашыусы. 1653 й. алып — Тоҙ ҡайнатыу ҡаласығы, 1656 й. башлап Өфө стрелецтары башлығы. Үҙ вазифаһын артыҡ файҙаланыуы (башҡорттарҙың 1663 й. ғаризаларында яҙылған) 1662—64 йй. башҡ. ихтилалы сәбәптәренең береһе була. Яйыҡ казактарына әсирлеккә эләккән башҡорттарҙы азат итеү т‑дағы һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашҡаны өсөн 1679 й. Соҡалаҡ й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында тирмән һәм ер м‑н бүләкләнә; Тимофей Сергеевич А. 1659 й. хәрби хеҙмәткә алына. 60‑сы йй. Бөрөнө төҙөүгә етәкселек итә. 1682—84 йй. Уҫы даруғаһының застава башлығы. А. артабанғы быуындарынан билдәлеләре: Максим Юрьевич А. (1678—?). 1697 й. хәрби хеҙмәткә алына. Башҡорт ихтилалын (1704—11) баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1718 й. ҡарай 350 сирек ере һәм ауылы (6 ир‑ат йәшәгән 2 йорт) була; Борис Фёдорович А., 1700—01 йй. Өфө воеводаһы; Степан Борисович А. (?—1707). 1671 й. хәрби хеҙмәткә алына. 1704—11 йй. башҡ. ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1682 й. ҡарай 950 сирек ер биләй; Александр Никитич А., ротмистр, 1704—05 йй. Өфө воеводаһы. 1704—11 йй. башҡ. ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша; Николай Александрович А. 18 б. уртаһында Исәт провинцияһы воеводаһы урынбаҫары; Михаил Николаевич А., капитан. 1773 й. нояб. — 1774 й. мартында Өфөнө обороналау [ҡара: Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75)] етәкселәренең береһе; Степан Иванович А., секунд‑майор. С.И.Аничковтың ҡустыһы. 1773—74 йй. Өфөнө обороналау етәкселәренең береһе; Степан Максимович А., премьер‑майор. 1771—72 йй. Өфө дворянлығы етәксеһе. 1773—74 йй. Өфөнө обороналауҙа ҡатнаша; уның улы Николай Степанович А., секунд‑майор. 70‑се йй. аҙ. Өфө дворянлығы етәксеһе. 1773—74 йй. Өфөнө обороналауҙа ҡатнаша; Виктор Михайлович А. (1830, Ырымбур губ. — 1877, С.‑Петербург), ген.‑майор. Император хәрби акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1853). 60—70‑се йй. С.‑Петербург хәрби акад. береһендә уҡыта. А. нәҫеле Новгород, Псков, Смоленск һәм Ырымбур губернаһының нәҫел тарихы китаптарының 6‑сы киҫәгенә яҙылған, һуңғыһына — 1789 йылда. Генераль ыҙанлау б‑са нәҫелдең 26 вәкиле Ырымбур губ. 10221 дисәтинә ер биләгән. 16—19 бб. Башҡортостанда нәҫелдең 179 вәкиле хеҙмәт иткән.

Әҙәб.: Новиков В.А. Сборник материалов для истории уфимского дворянства. Уфа, 1879; Ефремов В.А. Из истории Уфимского края в XVI—XVII веках. Уфа, 1913; Текст “Отводной книги по Уфе” (1591/92—1629) //Из истории феодализма и капитализма в Башкирии. Уфа, 1971.

Б.Әҙнабаев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019