Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АКУСТИК МАТЕРИАЛДАР

Просмотров: 1501

АКУСТИК МАТЕРИАЛДАР, биналарҙы биҙәү һәм төҙөкләндереү өсөн файҙаланылған тауыш йотоусы һәм тауыш үткәрмәүсе төҙөлөш материалдары. А.м. сифатында стена, бүлге, таяу, иҙән һ.б. йөҙләү өсөн ҡаты (пемзолит, перлит), бөгөлөүсән сүсле (ағас‑сүсле һәм минераль мамыҡ плиталар) һәм һығылмалы сүсһеҙ (пенополиуретан, поропласт; ҡара: Газ менән тулыландырылған полимерҙар) каркаслы плиталар; стенанан бер аҙ алыҫлыҡта ҡуйылған һәм ҡайһы берҙә аралығы минераль мамыҡ, синтетик сүс м‑н тултырылған резонанслы йотҡостар — ағас (фанер) ҡалҡандар, перфорацияланған панелдәр һәм эластик плёнкалы мембраналар; күҙәнәкле материалдарҙан эшләнгән һәм тауыш сығанағы өҫтөнә эленә торған йыйылма йотҡостар (яҫы, күләмле); ҡат‑ара таяуҙары, бүлгеләре, стеналары, ш. уҡ машина, станок һәм ҡорамалдар аҫтына түшәү өсөн минераль сүс, төҙөлөш кейеҙе һ.б. яһалған тауыш үткәрмәүсе ҡатлауҙарҙы (рулондар, маттар, бәләкәй япмалар) ҡулланалар. Күҙәнәкле А.м. (масса күләме 70—300 кг/м3) тауыш энергияһын уның үҙ‑ара тоташҡан күҙәнәктәрҙәге (диам. 2 мм тиклем) һауаны тирбәлтеүгә, резонанс плёнкалы йотҡостар — диафрагмаларҙы мәжбүри тирбәлтеүгә сарыф ителеү һөҙөмтәһендә йоталар. А.м., уларҙан яһалған әйберҙәр һәм ҡоролмаларҙың ҡулланыу һөҙөмтәлелеге стена, түбә, иҙән ҙурлығы һәм конфигурациялары дөрөҫ һайланған биналарҙа һиҙелерлек арта.

Башҡортостанда сығарылған ағас плита һәм төҙөлөш плитаһы стеналарҙы, иҙәнде эске яҡтан йөҙләү, тамаша залдарын, радиостудияларҙы төҙөкләндереү, транспорт саралары салондарын, кузовтарын көпләү өсөн файҙаланыла. Шулай уҡ ҡара: Йылылыҡ үткәрмәүсе материалдар һәм изделиелар, Биҙәкләү материалдары.

Әҙәб.: Архитектура гражданских и промышленных зданий: гражданские здания. М., 1993.

Э.И.Мөлөков

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: