Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛЮМИНОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР

Просмотров: 1291

АЛЮМИНОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, составында “алюмин—углерод” бәйләнеше һәм дөйөм химик формулаһы RnAlХ3‑n (n=1—3, R — органик радикал, Х — галоген, водород, RO, R2N йәки башҡа урын алмаштырыусылар) булған органик берләшмәләр. А.б. — реакцияға инеү һәләте һәм дымға, кислородҡа ҡарата һиҙгерлеге үтә көслө булған төҫһөҙ шыйыҡсалар йәки кристаллик матдәләр.

Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. алып — Химия ин‑тында (ҡара: Органик химия институты) Г.А.Толстиков етәкс., 90‑сы йй. башлап Нефтехимия һәм катализ институтында У.М.Джемилев етәкс. А.б. алыуҙың яңы ысулдарын эшләү, уларҙың физик‑химик үҙенсәлектәрен һәм реакцияға инеү һәләтен өйрәнеү (А.В.Кучин, В.П.Юрьев), ғәмәли ҡулланыуҙың яңы өлкәләрен табыу (К.С.Минскер, Ю.Б.Монаков, Ю.А.Сангалов) б‑са фундаменталь тикшеренеүҙәр алып барыла. Ғалимдар, алюминды ультратауыш ярҙамында активлаштырып, алкилалюминсесквигалогендар синтезлауҙың эффектив ысулын эшләй, ш. уҡ алюмин, водород һәм олефиндарҙан сәнәғәттә етештереүгә яраҡлы юғары молекуляр А.б. туранан‑тура алыу вариантын тәҡдим итә. Ацетиленды триалкилаландар м‑н карбоалюминлаштырыу реакцияһында Z‑торошонда алкенил алмаштырылған А.б. алынған. Улар нигеҙендә Z‑торошонда ике водород алмаштырған икеләтә бәйләнешле аллиллы спирттар, эфирҙар һәм сульфидтар синтезлауҙың уникаль ысулдары эшләнгән. Киң таралған нефтехимия сеймалы (пиперилен һәм уның циклодимерҙары, бутадиен һәм изопрен олигомерҙары, кокслаштырыуҙан алынған бензиндар) нигеҙендә полимерҙар, ш. иҫ. каучуктар, юғары молекуляр май спирттары (пластификаторҙар, биотарҡалыусан синтетик йыуыу саралары һәм майҙарға присадкалар алыу өсөн ҡиммәтле сеймал) алыу өсөн сәнәғәт процестары катализаторҙарының перспективалы компоненттары булараҡ, ш. уҡ ярым үткәргес техникаһы, яғыулыҡ системаһы һәм ҡабыҙғыс саралары компоненттары сифатында ҡулланылған ғәҙәти булмаған төҙөлөшлө А.б. алынған. Эпоксид ыҫмалаларының ҡатыуын тиҙләтеүселәр сифатында файҙаланылған алкилалкоксидлы яңы А.б. алынған. А.б. кислород, ксенон дифториды м‑н яҡтылыҡ реакциялары өйрәнелгән (Р.Ғ.Болғаҡов, В.П.Казаков). А.б. нигеҙендә үткәреүсе һәм резисторлы пасталарҙың реологик һәм тиксотроп үҙсәнлектәрен көйләүсе бәйләүес өҫтәмәләр алыу, ш. уҡ аллендар, кетондар, аминдар һ.б. синтезлауҙың препаратив ысулдары эшләнгән. А.б. синтезлау өсөн етештереү базаһы Өфө нефть эшкәртеү заводында һәм “Каучук” ЯСЙ‑нда бар.

Әҙәб.: Толстиков Г.А., Юрьев В.П. Алюминий органический синтез. М., 1979.

О.С.Вострикова, Р.Ә.Нурушев

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019