Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘМИРХАНОВ Әнүәр Хәбибулла улы

Просмотров: 1077

ӘМИРХАНОВ Әнүәр Хәбибулла улы (25.1.1912, Һамар губ. Быҙаулыҡ ҡ. — 3.3.1986, Өфө), химик. БАССР‑ҙың атҡ. химигы (1982). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1937). 1938—41 йй. Урта Азия ун‑тында (Ташкент), 1946 й. алып Ташкент ирригация һәм а.х. механизациялау ин‑тында уҡыта. 1951 й. башлап СССР ФА БФ‑та эшләй, 1954 й. — ӨАИ‑ла уҡыта, 1974—86 йй. Химия ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге газ, тоҙҙарҙың эреүсәнлек проблемаларын өйрәнеү һәм күп компонентлы һыу‑тоҙ системалары эреүсәнлегенең теоретик диаграммаларын төҙөү м‑н бәйле. Ә. тарафынан Генри константаһының физик мәғәнәһе асылған. Уның ҡатнашлығында юғары һөҙөмтәле “Пластобит 2М” изоляция ҡаплауы эшләнгән һәм уны магистраль үткәргес торбаларға яғыу технологияһы ил пр‑тиеларында индерелгән. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1983). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

Н.Ә.Әмирханова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.11.2021