Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АММИАК

Просмотров: 1749

АММИАК, NH3, азот м‑н водородтың иң ябай химик берләшмәһе. Тәбиғәттә азотлы органик матдәләрҙең тарҡалыуынан хасил була. Тонсоҡторғос еҫле төҫһөҙ газ; tиреү −77,7°С, tҡайнау −33,3°С, тығыҙлығы 790 кг/м3 (−40°С булғанда). Һыуҙа эреүсәнлеге яҡшы, спиртта, ацетонда һ.б. органик эреткестәрҙә — бер аҙ насарыраҡ. Баш әйләнеүенә һәм йәш ағыуына килтерә, шыйыҡ А. тирене ныҡ яндыра; хроник ағыуланыу осрағында аш һеңдереү процесы боҙола, ишетеү һәләте кәмей һ.б. (ПДК 20 мг/м3).

Башҡортостанда А. етештереү 20 б. 60‑сы йй. башында И.А.Березовский башланғысы м‑н Салауат нефтехимия комб‑тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) үҙләштерелә. Тәүге сеймал сифатында тәбиғи газдар, атмосфера һауаһы һәм һыу парҙары файҙаланыла, уларҙан тәүҙә метандың парлы фазала каталитик конверсияһы ярҙамында водород, артабан 300—500°С т‑рала һәм 15—100 МПа баҫым аҫтында водородлы газдарҙың парланған һауала каталитик конверсияһы ярҙамында азот м‑н водород ҡатнашмаһы (ярашлы рәүештә күләм б‑са яҡынса 25 һәм 75%) алына. 1961—74 йй. пр‑тиела А. синтезлау б‑са 7 блок үҙләштерелә (продукцияның дөйөм күләме — йылына 460 мең т), 1988 й. улар яңы, илдә иң эре А. производствоһына (йылына 450 мең т) алмаштырыла. Респ. А. карбамид, диметиламин, этаноламиндар (“Газпром нефтехим Салават” ААЙ); аминдар, ш. иҫ. этилендиамин, полиэтиленполиаминдар (ҡара: “Каустик”); минераль ашламалар, ш. иҫ. А. селитраһы, аммофос, диаммонийфосфат, ш. уҡ ҡуйыртылмаған азот кислотаһы (ҡара: “Минудобрения”) алыу өсөн файҙаланыла; 2004 й. тиклем хлораминдар етештереүҙә, һыуытыусы агент сифатында (ҡара: “Уфахимпром”) ҡулланыла. А. һыуҙағы эретмәһе (нишатыр спирты) мед. файҙаланыла.

Ғ.Ғ.Бикбаева, В.А.Потеряхин

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: