Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮҪЕМЛЕК АРОМАТИК БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ

Просмотров: 1634

ҮҪЕМЛЕК АРОМАТИК БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ, молекулалары 1, йышыраҡ 2 һәм унан күберәк эйәртеүле бәйләнешле системаһы булған, составына гидроксил төркөмдәр ингән планар циклдарҙан торған тәбиғи берләшмәләр. Ү.а.б. ябай һәм күп атомлы фенолдар, флавоноидтар, кумариндар, хромондар, антрахинондар, лигнандар, гидролизланыусы һәм конденсирланған танниндар, алкалоидтар, сапониндар (ҡара: Гликозидтар), витаминдар, лигнин һ.б. инә. Ү.а.б. япраҡ, сәскә һәм емештә, тамыр һәм тамырһабаҡта, ҡабыҡта һәм үҙағаста бар. Күҙәнәк алмашыныуының актив метаболиттары булып тора, төрлө физиол. процестарҙа (фотосинтез, тын алыу, үҫеү) ҡатнаша; организмдың инфекцион ауырыуҙарға тотороҡлолоғон арттыра. Ү.а.б. биол. активлығы юғары (нейро‑эндокрин регуляцияның системалары: гипофиз‑ һәм симпатик‑адренал, холинэргик системаларына йоғонто яһай), дарыуҙар, аҙыҡ өҫтәмәләре, антиоксиданттар һ.б. алыу өсөн ҡулланыла. Башҡортостан флораһы составында ароматик берләшмәләр булған һәм дауалау препараттары алыу өсөн сеймал булып торған (асыҡ ҡыҙыл энәлек, ат ҡуҙғалағы, биш айырсалы арыҫлан ҡойроғо, үрмәле ҡанүлән, ябай мәтрүш һ.б.) үҫемлектәргә бай. Медицина университетында (Р.М. Кирәева, Х.М.Насиров) һәм “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында (К.А.Лоҡманова, Т.Ғ.Ниғмәтуллин) составында полифеноллы берләшмәләр, витаминдар, аминокислоталар һ.б. булған сәсеү люцернаһын тикшереү алып барыла.

Әҙәб.: З е м л и н с к и й С.Е. Лекарственные растения СССР. 3‑е изд., испр. и доп. М., 1958; К у ч е р о в Е.В., Л а з а р е в а Д.Н., Д е с я т к и н В.К. Лекарственные растения Башкирии: их использование и охрана. Уфа, 1989; Н и к и т и н а Т.И., Н а с ы р о в Х.М. Фитология: лекарственные растения в научной медицине. Уфа, 1993.

Х.М.Насиров, Т.И.Плеханова

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: