Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТ АЙЫРЫМ КАВАЛЕРИЯ БРИГАДАҺЫ

Просмотров: 2055

БАШҠОРТ АЙЫРЫМ КАВАЛЕРИЯ БРИГАДАҺЫ, РККА‑ла, 1919 й. июнь аҙағында Бәләкәй Башҡортостанда элекке Башҡорт корпусының Ә.Б.Ҡарамышев ис. 1‑сеБашҡ. кавалерия полкы нигеҙендә М.Л.Мортазин тарафынан ойошторола. Составында 1‑се (окт. алып 5‑се Башҡ. кавалерия полкы тип үҙгәртелә, 1920 й. майынан — 27‑се) һәм 2‑се (окт. алып — 6‑сы, 1920 й. майынан — 28‑се) Башҡ. кавалерия полктары һәм пехота дивизионы (1919 й. июлендә 4 мең кеше иҫәпләнә), таратылған Башҡорт айырым кавалерия дивизияһының 1‑се Башҡ. кавалерия полкы (1920 й. июненән) була. Көньяҡ армия (ҡара: Ырымбур армияһы), Беренсе армия (1919 й. авг. алып), Төркөстан фронтының Илек ғәскәрҙәре төркөмө (7 окт. алып; 26 окт. башлап төркөм 4‑се армияға буйһона), 1‑се армияның 5‑се кавалерия див. (24 дек. алып), 12‑се армия (1920 й. майынан) составына инә, 1921 й. башынан Киев хәрби округы командующийына буйһона. 1919 й. 8 авг. алып бригада, А.В.Колчак армияһы командованиеһының бойороҡтарын иғтибарһыҙ ҡалдырып, үҙ аллы эш итә, 18 авг. Орск өйәҙенең Берёзовка а. янында 4‑се Ырымбур армия корпусының ике полкын тар- мар итә. 23 авг. Башҡортостан хәрби-революцион комитеты вәкиле Т.Ғ.Имаҡов ярҙамы м‑н Ҡыҙыл Армия яғына сыға. Сент. бригада иҫәбен 1800 ҡылыс, йәйәүле дивизион (ике орудие, 8 пулемёт) тәшкил итә. Граждандар һуғышы осоронда 1919 й. июнь—авг. — РККА‑ның 1‑се армияһы частарына, авг. аҙағында — Көньяҡ армия, окт. алып Урал армияһына ҡаршы һуғыша. Илек ғәскәрҙәре төркөмө составында 1919 й. Урал-Гурьев һөжүм итеү операцияһында ҡатнаша; Урал казактарына ҡаршы ҡаты һуғыштарҙа бригада личный составтың 60%‑ын юғалта. М.В.Фрунзе бойороғо б‑са Б.а.к.б. 2‑се кавалерия бригадаһы булараҡ 5‑се кавалерия див. составына индерелә, ләкин Башҡ.респ. хәрби комиссариаты юлламаһы б‑са уға РСФСР Реввоенсоветы тарафынан тәүге статусы ҡайтарыла. 1920 й. совет-поляк һуғышы барышында Б.а.к.б. Киев һәм Ровно-Дубна һөжүм итеү операцияларында, Ковель, Замостье, Грубешов, Дубно, Изяславль һ.б. ҡҡ. азат итеүҙә, Польша м‑н РСФСР араһында солох төҙөлгәндән һуң, С.В.Петлюра армияһын тар-мар итеүҙәҡатнаша. 10 дек. 12‑се армия командующийы бойороғо м‑н, хәрбиҙәр һаны кәмеү сәбәпле, 2 полкка туплана. Частарға 1‑се һәм 2‑се Башҡ. кавалерия полктары исеме бирелә. 1921 й. 25 мартында Б.а.к.б. таратыла, уның частары 15‑се, 16‑сы, 17‑се һәм һәм 18‑се Башҡ. айырым эскадрондарына бүлеп, 12‑се Петроград Советы ис. сик буйы див. составына РСФСР‑ҙың Польша һәм Румыния сигенең бер өлөшөнә йүнәлтелә. Нояб. 15‑се, 16‑сы һәм 18‑се Башҡ. айырым эскадрондарынан 12‑се кавалерия полкы (1925 й. БашҮБК ис. Верхнеурал червон казактарының 10‑сы кавалерия полкы тип үҙгәртелә, өлөшләтә БАССР‑ҙан яңы хәрби хеҙмәткә алыныусылар м‑н тулыландырыла), 18‑се эскадрон червон казактарының 2‑се кавалерия див. 7‑се кавалерия полкына күсерелә. Бригаданың 80‑дән ашыу яугиры һәм ком. Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән. Бригада ком.: М.Л.Мортазин (1919 й. июненән), Я.Й.Кәлмәтов (1920 й. 12—20 авг. вазифа башҡарыусы), А.В.Горбатов (1920 й. авг. — 1921). 20 б. 50— 80‑се йй. Ровна ҡ. бригада яугирҙарына һәйкәл, бригада исеме м‑н аталған урам булған.

Әҙәб.: Ярмуллин А.Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. Өфө, 2012; Горбатов А.В. Годы и войны. М., 1965; Камалов Г.Х. Отдельная Башкирская кавалерийская бригада на фронтах гражданской войны. Уфа, 1972.

И.Ф.Плотников, А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.04.2023