Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТ АЙЫРЫМ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯҺЫ

Просмотров: 1245

БАШҠОРТ АЙЫРЫМ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯҺЫ, РККА‑ла, РСФСР Реввоенсоветы рәйесе Л.Д.Троцкийҙың 1919 й. 5 апр. 615‑се бойороғо б‑са Саранск ҡ. Башҡорт корпусының элекке хәрби хеҙм‑рҙәренән һәм мобилизацияланыусыларҙан Башҡ. айырым бригадаһы булараҡ ойошторола. Составҡа 1‑се (ком. У.Н.Тереғолов), 2‑се (Х.Ф.Әлишев) Башҡ. кавалерия һәм 1‑се (Ә.Х.Тереғолов), 2‑се (И.Е.Исхаҡов) Башҡ. уҡсылар полктары инә. Июлдә уның иҫәбе 2972 кеше тәшкил итә. 1919 й. июленән див. — 14‑се армия, сент. алып — Петроград гарнизоны, окт. Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө составына инә, 1920 й. башынан Көнбайыш фронт көстәрен ойоштороу һәм запас ғәскәрҙәр идаралығына буйһона. Граждандар һуғышы барышында 1919 й. июль—окт. Б.а.к.д. Полтава, Миргород ҡҡ. тирәһендә ген. А.И.Деникин армияһына ҡаршы һуғыша. Күп кешеһен юғалтыу һөҙөмтәһендә, 1‑се, 2‑се уҡсылар полктары — Йыйылма Башҡ. уҡсылар полкына (ком. Ә.Х.Тереғолов), 1‑се, 2‑се кавалерия полктары Йыйылма Башҡ. кавалерия дивизионына берләштерелә. Сент. див., 2‑се уҡсылар һәм 2‑се кавалерия полкы штабтарын тулыландырыу өсөн Петроградҡа ебәрелә. Окт. див. 1‑се (259 кеше, 127 ат), 2‑се (477 кеше, 251 ат), 3‑сө (660 кеше, 443 ат) кавалерия полктарынан һәм техник эскадрондан (105 кеше, 65 ат) тора. Б.а.к.д. сәйәси бүлеге тарафынан “Салауат” гәз. нәшер ителә. Див. 3‑сө кавалерия полкы Петроградты обороналауҙа, Ямбург операцияһында ҡатнаша. Һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн полк 7‑се армия Реввоенсоветынан хәрби байраҡ м‑н бүләкләнә. 1920 й. ғин. алып Новгород губ. урынлаша. Майҙа таратыла, уның частары 1‑се Башҡ. кавалерия полкына берләштерелә, июндә полк Көньяҡ-Көнбайыш фронтта Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы составына ҡушыла. Див. нач. — А.М.Ахлов.

Әҙәб.: Ярмуллин А.Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. Өфө, 2012.

А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019