Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТ АЙЫРЫМ УҠСЫЛАР БРИГАДАһЫ

Просмотров: 997

БАШҠОРТ АЙЫРЫМ УҠСЫЛАР БРИГАДАҺЫ, РККА‑ла, РСФСР Реввоенсоветы рәйесе Л.Д.Троцкийҙың 1919 й. 5 апр. 615‑се бойороғо б‑са Бәләбәй ҡ. Башҡорт корпусының элекке хәрби хеҙм‑рҙәренән, ш. уҡ Бәләбәй өйәҙе, Стәрлетамаҡ өйәҙе һәм Өфө өйәҙендә мобилизацияланыусыларҙан ойошторола. 1919 й. авг. бригада составына 3‑сө Башҡ. уҡсылар, 3‑сө Башҡ. кавалерия полктары, Башҡ. айырым артиллерия дивизионы (3 батарея), запас батальон һәм бәйләнеш ротаһы һ.б. (15373 кеше, ш. иҫ. 338 командирҙар составы, 11433 строевой состав, 58 пулемёт, 24 орудие, 3343 ат), окт. алып 1‑се, 2‑се, 3‑сө Башҡ. уҡсылар полктары, Башҡ. айырым артиллерия дивизионы, бригада мәктәбе һ.б. (10 нояб. ҡарата, 3‑сө Башҡ. уҡсылар полкын иҫәпкә алмағанда, бригадалағы кешеләр һаны: командирҙар составынан 122 кеше, 3495 һалдат) ингән. Сент. алып Б.а.у.б. Петроград гарнизоны, окт. — Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмө, 1920 й. башынан — 7‑се армия, майҙан Петроград хәрби округы составында була. Граждандар һуғышы барышында окт.—нояб. 2‑се (ком. И.З.Исхаҡов) һәм 3‑сө Башҡ. уҡсылар полктары һәм Башҡ. айырым артиллерия дивизионы 1919 й. Петроградты обороналауҙа һәм ген. Н.Н. Юденичтың Төньяҡ‑Көнбайыш армияһын тар‑мар итеүҙә ҡатнаша. 1919 й. дек. алып бригада РСФСР‑ҙың — Финляндия, 1920 й. майынан Латвия (бригада штабы Остров ҡ. урынлашҡан була) м‑н дәүләт сиктәре һағында була. 1920 й. 27 майында Петроградта Фронттарҙағы башҡ. ғәскәрҙәре эше б‑са вәкилдәрҙең революцион советы (рәйесе Ф.Ә. Әхмәҙуллин) бригада полктарына байраҡтар (1‑се һәм 2‑се полктарҙыҡы Милли музейҙа һаҡлана) тапшыра. 1921 й. яҙында Б.а.у.б. таратыла. Бригада ком.: 1919 й. авг. алып Х.Н.Әхмәров, 1920 й. башынан Х.Ф.Әлишев, 1920 й. сент. — 1921 й. февр. Ә.Х.Тереғолов.

Әҙәб.: Ярмуллин А.Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. Өфө, 2012; Гареев З.Х. В Башкирской бригаде под Петроградом //За власть Советов. Уфа, 1961.

Р.Х.Насиров, А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019