БАШҠОРТ ХӘРБИ ШУРАҺЫ
БАШҠОРТ ХӘРБИ ШУРАҺЫ, Башҡорт хөкүмәтенең хәрби бүлеге эргәһендәге хәрби шура, 1918 й. 12 июнендә Силәбе ҡ. Башҡорт хөкүмәте фарманы б‑са Башҡорт ғәскәре м‑н идара итеү өсөн ойошторола. Авг. алып Ырымбурҙа урынлаша, дек. Орск өйәҙенең Баймаҡ а. күсә, артабан Темәс а. эшләй. Б.х.ш. составына строевой, артиллерия, инженер, интендант, мобилизация, хужалыҡ, суд, хәрби‑өйрәтеү бүлектәре, ирекле отрядтарҙың (ҡара: Башҡорт ирекле отрядтары) айырым бүлеге, хәрби тикшереү һәм хәрби врачтар комиссиялары инә. Июль уртаһынан Б.х.ш. Башҡ. ғәскәре штабы функцияларын башҡара. Ваҡытлы Себер хөкүмәтенә тулыһынса буйһоноуға юл ҡуймау һәм өҫтәмә сығанаҡтан ҡорал, кейем, аҡса һәм аҙыҡ‑түлек алыу маҡсатында, Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитетынан Башҡорт айырым корпусын Халыҡ армияһына индереүгә өлгәшә (комитеттан 10 пулемёт, 1 мең винтовка һәм 5 мең комплект формалы кейем ала). 28 авг. Башҡ. ғәскәре хәрби хеҙм‑рҙәренең айырма билдәләрен, 10 сент. берҙәм кейем формаһын индерә. 11 окт. Башҡ. хөкүмәте фарманы б‑са штаб вәкәләттәрен һәм мөлкәтен хәрби бүлек урынына ойошторолған Башҡ. ғәскәри идаралығына тапшыра. 1919 й. февр. аҙағында үҙ теләге м‑н таратыла. Рәйесе — Ә.Ә.Вәлидов.
Р.С.Таймаҫов
Тәрж. Д.К.Үзбәков