Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТ АТЛЫ ПОЛКЫ

Просмотров: 1415

БАШҠОРТ АТЛЫ ПОЛКЫ, 1878 й. 30 мартында император Александр II раҫлаған “башҡорт атлы полкы тураһында ваҡытлы положение” ҡарарына ярашлы Ырымбур хәрби округында (ҡара: Хәрби округтар) Башҡ. дивизионы нигеҙендә ойошторола. Ырымбур хәрби округының штаб нач. буйһона. Полк составына 4 эскадрон инә. Командирҙар составы армия кавалерияһының запастағы эскадрондары офицерҙарынан комплектлана, түбәнге чиндар — үҙ ирке м‑н килгән кешеләрҙән. Иррегуляр Б.а.п. личный составы армия кавалерия полктарында хеҙмәт итеүселәр м‑н бер хоҡуҡтарға һәм бурыстарға эйә була, дөйөм иҫәбе 800—1400 кеше тәшкил иткән даими һәм алышынып тороусы өлөштәргә бүленә. Полкта хеҙмәт итеү ваҡыты 20 ай дауам итә, артабанғы 2 йылда хәрби хеҙм‑рҙәрҙең лагерь сборҙары үткәрелә (20 май — 20 сент.). 1878 й. Одесса ҡ. смотрҙа полк Александр II рәхмәт ала. 1882 й. 24 июлендә таратыла.

Әҙәб.: Квитка А. Заметки о башкирском конном полку //Военный сборник. 1882. №6; Афанасьев В. По поводу заметки “О башкирском конном полку” //Шунда уҡ. №8.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019