Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТ КОРПУСЫ

Просмотров: 1504

БАШҠОРТ КОРПУСЫ, 1919 й. 26 ғин. Башҡорт ғәскәре командующийы Ә.Ә.Вәлидов бойороғо б‑са таратылған 9‑сы Башҡорт уҡсылар дивизияһы полктарынан (3‑сө Башҡ. уҡсылар полкынан башҡа) Ырымбур өйәҙе Ермолаевка а. янында ойошторола. Корпус составына Беренсе Башҡорт уҡсылар дивизияһы һәм Икенсе Башҡорт уҡсылар дивизияһы инә. Граждандар һуғышы барышында корпус Ырымбур һәм Стәрлетамаҡ ҡҡ. араһында фронт участкаларының береһендә РККА‑ның Беренсе армияһына ҡаршы оборона тота. Корпус частары командованиеның 16 февр. бойороғо м‑н Орск өйәҙе Ҡананикольский а. эргәһендә Ҡыҙыл Армия яғына сыға. Был саҡта уның составында 1‑се (800 кеше), 2‑се (715), 4-се (650), 5‑се (720), 6‑сы (650) Башҡ. уҡсылар полкы, 1‑се (540 кеше) һәм 2‑се (1110) Башҡ. атлы полкы, запастағы полк (570 кеше), Үҫәргән ирекле отряды (210 кеше), Каруанһарай командаһы (285 кеше), комендант, ҡарауыл, һаҡсы төркөм, этап, ылау, элемтә, сапёр командалары һәм хөкүмәт ҡарамағындағы айырым рота — бөтәһе 6556 кеше иҫәпләнә. 1919 й. март башында 1‑се армия командованиеһы тарафынан таратыла. Б.к. командующийҙары: Вәлидов, И.С.Алкин (1919 й. февр. уртаһынан алып, вазифа башҡарыусы).

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019