Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРХЕОГРАФИЯ КОМИССИЯҺЫ

Просмотров: 1650

АРХЕОГРАФИЯ КОМИССИЯҺЫ, ҡулъяҙма, баҫма һ.б. документаль ҡомартҡыларҙы йыйыу һәм нәшер итеү учреждениеһы. Император Николай I 1834 й. 24 дек. указы м‑н С.‑Петербургта Халыҡ мәғарифы министрлығы эргәһендә ойошторола. 1917 й. алып — РСФСР Мәғариф ХК, 1922 й. — Рәсәй ФА, 1925 й. СССР ФА эргәһендә: 1926 й. башлап Тарих-археография комиссияһы (Даими тарих комиссияһы м‑н берләштерелгәндән һуң 1930 й. алып — Архив ғилеме ин‑ты, 1931 й. — Тарих-археография ин‑ты, 1936 й. башлап Тарих ин‑ты составында); 1956 й. алып Мәскәүҙә СССР ФА‑ның (1991 й. башлап — РФА) Тарих бүлексәһе эргәһендә эшләй. А.к. Көньяҡ Урал бүлексәһе СССР ФА Тарих бүлексәһе бюроһының 1973 й. 20 февр. ҡарары м‑н ойошторола. Тәүге тапҡыр төбәк археография учреждениеһын ойоштороу зарурлығы т‑дағы ҡарар 1972 й. Өфөлә үткән 1‑се Көньяҡ Урал археография конф. ҡабул ителә.

А.к. Көньяҡ Урал бүлексәһе дәүләт һәм ғилми учреждениеларҙың, уҡыу йорттарының археография, сығанаҡтар өйрәнеү, тарих, текстология, филология һ.б. фәндәр өлкәһендә тикшеренеү эшмәкәрлеген көйләй. 1973 й. алып яҡынса 30 археографик экспедиция ойошторола. 6,5 меңдән ашыу археографик материал (дини, лингв., мед., тарихи, филос., фольклор, әҙәби, юридик һ.б.) йыйыла, ҡомартҡылар ғәрәп, фарсы һәм төрки телдәрендә (аҙ ғына өлөшө славян телдәрендә) яҙылған яҡынса 3 мең ҡулъяҙманан һәм 3,5 мең иҫке баҫма китаптан тора, улар ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондын тәшкил итә, материалдарҙың бер өлөшө Ғилми архивҡа инә. Археография, сығанаҡтар өйрәнеү һәм архив ғилеме б‑са конф., ғилми уҡыуҙар һәм семинарҙар үткәрә. 1973—85 йй. ТТӘИ һәм башҡа ғилми учреждениелар м‑н берлектә “Көньяҡ Урал археография йыйынтығы” (“Южноуральский археографический сборник”; 1973, 1976); “Археография, әҙәбиәт һәм тел тарихы буйынса сығанаҡтарҙы өйрәнеү: икенсе Көньяҡ Урал археография конференцияһы” (“Археография и источниковедение истории литературы и языка: вторая Южноуральская археографическая конференция”; 1975), “Көньяҡ Урал археографияһы” (“Археография Южного Урала”; 1976), “Көньяҡ Урал археографияһы һәм лингвистик текстологияһы” (“Археография и лингвистическая текстология Южного Урала”; 1977), “Көньяҡ Уралда археография һәм әҙәбиәт тарихы сығанаҡтарын өйрәнеү” (“Археография и источниковедение истории литературы на Южном Урале”; 1979), “Башҡортостандың яҙма ҡомартҡылары: тарихи-филологик тикшеренеүҙәр” (“Письменные памятники Башкирии: историко-филологические исследования”; 1984), “Көньяҡ Уралдың көнсығыш ҡульяҙмаларын тасуирлау һәм каталоглаштырыу мәсьәләләре” (“Вопросы описания и каталогизации восточных рукописей Южного Урала”; 1985) һ.б. документ һәм мәҡәлә йыйынтыҡтары баҫтырыла. 2001 й. алып археографик конф. үткәреү һәм уларҙың материалдарын нәшер итеү м‑н Рәсәй тарихсы-архивсылар йәмғиәте шөғөлләнә. А.к. Көньяҡ Урал бүлексәһе рәйесе — Рәил Ғ.Кузеев (1973—2005).

Әҙәб.: Надергулов М.Х. Археография Башкортостана (история и современность) //Археография Южного Урала. Уфа, 2003; Булгаков Р.М., Галяутдинов И.Г. Описание восточных рукописей Института истории, языка и литературы. Ч.1. Тюркские рукописи. 2‑е изд. Уфа, 2010.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: