Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРХИВТАР

Просмотров: 1746

АРХИВТАР (лат. archivum), ҡулланыусылар мәнфәғәтендә документтар ҡабул итеү һәм һаҡлау м‑н шөғөлләнгән учреждениелар йәки учреждение, ойошма, пр‑тиеларҙың структур бүлектәре, ш. уҡ дәүләт учреждениелары, пр‑тиелары, ғилми һәм йәмәғәт ойошмалары, сәйәси партиялар һәм айырым кешеләрҙең эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән документтар тупланмаһы. Урындағы идара һәм урындағы үҙидара органдарының ведомство А. формалашыуы Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң башлана [1728 й. алып етәкселәр алмашынған ваҡытта А. тапшырыу‑ҡабул итеү акты (ҡултамғалы исемлек) төҙөлә, эштәр исемлегенең бер данаһы Сенатҡа ебәрелә, икенсеһе губерна йәки провинция канцелярияһында һаҡлана; ябылған учреждениеларҙың А. йыйыу, исемлеген алыу һәм һаҡлау мотлаҡ була; ш. уҡ ҡара: Административ‑территориаль ҡоролош]. Ведомство А. системалаштырыу һәм һаҡлауҙы ойоштороу м‑н 19 б. аҙ. алып Ырымбур һәм Өфө губерна ғилми архив комиссиялары, Ырымбур һәм Өфө губерна земство башҡармаларының (ҡара: Земство) статистика ком‑ттары, Өфө губерна музейы (ҡара: Милли музей), Вятка, Ҡазан, Ырымбур һәм Урал, Өфө һәм Минзәлә епархия идаралыҡтары (ҡара: Өфө епархияһы), Ырымбур мосолман диниә назараты, губерна һәм өйәҙ Дворян депутаттары йыйылышы һ.б. ойошмалар шөғөлләнә. 1919 й. Өфө губерна А., 1920 й. — АСБР А. ойошторола; 1922 й. улар нигеҙендә БАССР‑ҙың Үҙәк А. (ҡара: Үҙәк тарих архивы) булдырыла. 1925 й. ҡала һәм кантондарҙың эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары советтары башҡарма ком‑ттары эргәһендәге А., 1930 й. — ЗАГС бүлектәре, БАССР ҡала һәм райондарының эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары советтарының башҡарма ком‑ттары А. ойошторола. 1929 й. Истпарттың Башҡ‑н бүлексәһе А. базаһында ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты Партия архивы (ҡара: Йәмәғәт берекмәләренең үҙәк архивы) булдырыла. 2015 й. БР Үҙәк тарих архивы һәм БР Йәмәғәт берекмәләренең үҙәк архивы Милли архивҡа берләштерелә. Башҡортостан тарихы м‑н бәйле 16—18 бб. документтарының күбеһе — Рәсәй дәүләт боронғо акттар архивында, Рәсәй дәүләт хәрби тарих архивында (икеһе лә — Мәскәү) һәм Рәсәй дәүләт тарих архивында (С.‑Петербург); 19—20 бб. документтары Ырымбур өлк. Дәүләт архивында (Ырымбур ҡ.), Милли А., бер өлөшө РФ Дәүләт архивында, Рәсәй дәүләт хәрби архивында, Рәсәй дәүләт соц.‑сәйәси тарих архивында һәм Хәҙерге осор документтарын һаҡлау үҙәгендә (бөтәһе лә — Мәскәү), РФ Оборона министрлығының Үҙәк архивында (Подольск ҡ.), Рәсәй дәүләт кинофотодокументтар архивында (Мәскәү өлк. Красногорск ҡ.), Ҡурған (Ҡурған ҡ.), Пермь (Пермь ҡ.) Свердловск (Екатеринбург ҡ.), Силәбе (Силәбе ҡ.), Төмән (Төмән ҡ.), Һамар (Һамар ҡ.) өлк. Дәүләт архивтарында, ТР Милли архивында һәм ТР Тарихи‑сәйәси документтар үҙәк дәүләт архивында (икеһе лә — Ҡазан) һ.б. һаҡлана. Төбәк матбуғаты тарихы б‑са материалдар Китап палатаһында тупланған. Ғилми, йәмәғәт һ.б. учреждение һәм ойошмалар документтарының төп өлөшө, Башҡортостан фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең ҡулъяҙма мираҫы Ғилми китапханала һәм Ғилми архивта (ш. иҫ. Ш.Бабич, Һ.Л.Дәүләтшина, М.И.Өмөтбаев, Ғ.Соҡорой, А.М.Таһиров, Р.Ф.Фәхретдинов, Ә.И.Харисовтың һ.б. шәхси фондтары), ТТӘИ‑нең ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында (Аҡмулла һ.б.), БР Китап палатаһында (П.Ф.Ищериков,М.В.Әмиров һ.б.) һаҡлана. Башҡортостан А. эшмәкәрлеге м‑н идара итеү федераль һәм респ. ҡануниәте нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

РСФСР ХКС‑ының 1918 й. 1 июнендәге “Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһында архив эшен үҙгәртеп ҡороу һәм үҙәкләштереү тураһында” һәм 1919 й. 31 мартындағы “Губерна архив фондтары тураһында” декреттарына ярашлы, Ырымбур губернаһы һәм Өфө губернаһының эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары советтарының башҡарма ком‑ттары халыҡ мәғарифы бүлектәре (1919) эргәһендә РСФСР Мәғариф ХК‑ның Архив эше баш идаралығы вәкиле етәкселек иткән архив бүлектәре асыла. Бәләкәй Башҡортостанда архив АСБР Мәғариф ХК ҡарамағында була, 1921 й. уның эргәһендә Үҙәк архив эше идаралығы ойошторола. Респ. архив эшенә 1922 й. алып Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты эргәһендәге Үҙәк архив идаралығы; 1939 й. — БАССР ЭЭМ‑ының (1946 й. тиклем — НКВД) архив бүлеге; 1961 й. — БАССР МС‑ы эргәһендәге архив бүлеге, 1969 й. — Архив идаралығы, 1991 й. — БР МК эргәһендәге А. эштәре б‑са ком‑т; 1995 й. — БР‑ҙың А. эштәре б‑са дәүләт ком‑ты; 1998 й. — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте эргәһендәге А. эштәре б‑са идаралыҡ етәкселек итә. БР архив хеҙмәте системаһына, БР‑ҙың А. эштәре б‑са идаралығы, Милли архивтан тыш, БР ҡала һәм райондары хакимиәтенең 61 архив бүлеге һәм 4 меңдән ашыу ведомство һәм тармаҡ А. инә. 2008 й. БР Архив фондында 3,7 млн ашыу һаҡлау берәмеге иҫәпләнә. 1995 й. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы “Башҡортостан Республикаһының Архив фонды һәм архивтар тураһында” законын ҡабул итә. БР Архив фонды — РФ Архив фондының бер өлөшө. Респ. архив эше “Рәсәй Федерацияһында архив эше тураһында” РФ (2004 й. 22 окт.) һәм “Башҡортостан Республикаһында архив эше тураһында” БР (2006 й. 3 февр.) закондары м‑н көйләнә. 2001 й. алып БР‑ҙың А. эштәре б‑са идаралығы тарафынан БР ФА, ТТӘИ, РФА Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр ин‑ты, БДУ, Рәсәй тарихсы‑архивсылар йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе һ.б. учреждениелар м‑н берлектә Көньяҡ Урал археографияһы б‑са конф. үткәрелә. Респ. архив хеҙмәте етәкселәре: Б.А.Гинзбург (1919 й. алып), Р.Х.Йәнекәев (1920 й. алып), И.П.Кондратьев (1922 й. алып), В.Д.Галанов (1924 й. алып), С.В.Андреев (1925 й. алып), Н.А.Земляков (1928 й. алып), М.А.Мосягин (1941 й. алып), Н.М.Никифоров (1943 й. алып), П.Б.Скрипин (1947 й. алып), Ф.И.Шәйхинуров (1955 й. алып), К.А.Нурғәлиев (1958 й. алып), Д.К.Үзбәков (1982 й. алып), Ә.Ә.Хисмәтуллин (1998 й. алып), И.В.Ғәлләмов (2013 й. алып). Шулай уҡ ҡара: Археография комиссияһы, Археография.

Әҙәб.: Хисматуллин А.А. О некоторых аспектах государственного регулирования развития архивного дела в Республике Башкортостан //Археография Южного Урала: Исторические источники и современные методы. Уфа, 2001.

 

Ә.Ә.Хисмәтуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019