Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘСФӘНДИӘРОВ Әнүәр Закир улы

Просмотров: 2189

ӘСФӘНДИӘРОВ Әнүәр Закир улы (15.5.1934, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Сыңғыҙ а. — 4.2.2014, Өфө ҡ.), тарихсы. Тарих фәндәре кандидаты (1970). БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1984), БР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (2004). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1958) 1‑се Башҡ. республика мәктәп‑интернатында (Өфө ҡ.), 1968 й. алып ТТӘИ‑лә, 1974 й. башлап БДУ‑ла эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре 18—19 бб. Башҡортостандың сәйәси һәм социаль‑иҡтисади тарихына, башҡорттарҙың, мишәрҙәрҙең, типтәрҙәрҙең һ.б. хәрби хеҙмәтенә, идара итеүҙең кантон системаһына, башҡорттарҙың ғаилә һәм никах мәсьәләләренә арналған. Ә. тарафынан Башҡортостан ауылдары тарихы буйынса архив материалдары йыйылған һәм системалаштырылған. “Һеҙ минең ҡәҙерлеләрем” (“Любезные вы мои...”; 1992), “1795—1917 йй. халыҡ иҫәбен алыу буйынса көнбайыш башҡорттары” (“Западные башкиры по переписям 1795—1917 гг.”; 2001) һ.б. йыйынтыҡтарҙы төҙөүселәрҙең береһе, “Башҡорттарҙың хәрби тарихы” (“Военная история башкир”; 2012) энциклопедияһының баш мөхәррире. 23 китап авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы (2007), Ә.Вәлидов исемендәге премия (1997), В.П.Бирюков исемендәге премия (1994) лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы (2009), Салауат Юлаев (2004) ордендары менән бүләкләнгән. Өфө ҡ. Ә. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

  Хеҙм.: Олатайҙарҙың бар тарихы... Өфө, 2005; Башкирская семья в прошлом (XVIII— первая половина XIX в.). Уфа, 1997; Кантонное управление в Башкирии (1798—1865 гг.). Уфа, 2005; Башкирские тарханы. Уфа, 2006; История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа, 2009.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.08.2022