Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАРСОВ Николай Николаевич

Просмотров: 1134

БАРСОВ Николай Николаевич (6.9.1901, Өфө — 1.10.1981, шунда уҡ), иҡтисадсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1917—23 йй. Социал-революционерҙар партияһы ағзаһы (1920 й. Өфө губерна ком‑ты секретары, 1922 й. Партия аҙсылығының үҙәк бюроһы ағзалығына канд. һәм ағза). 1920 й. Өфө губерна ХХС‑ы инструкторы, 1923 й. алып Башҡ‑н үҙәк статистика идаралығы инструктор‑статистигы. 1930 й. башлап БАССР Коммуналь хужалыҡ ХК иҡтисадсыһы, бүлек нач., бер үк ваҡытта 1931—32 йй. РСФСР ҡалаларын проектлау дәүләт ин‑ты Башҡ‑н филиалының иҡт. нигеҙләүҙәр төркөмө етәксеһе, Башҡ‑н соц. һаулыҡ һаҡлау һәм гигиена ҒТИ ғилми хеҙм‑ре. 1935—37 йй. һәм 1943—61 йй. БАССР Дәүләт план комиссияһында эшләй, 1938—43 йй. — БДМИ‑ла, бер үк ваҡытта 1938—41 йй. Башҡ‑н план‑иҡт. техникумында уҡыта. Респ. ҡалаларын проектлауҙа ҡатнаша. Өфө һәм китапханалар эше тарихын, демографик, санитар һәм коммуналь статистиканы өйрәнеү м‑н шөғөлләнә. 400‑ҙән ашыу хеҙмәт авторы. 1964 й. алып Бөтә Рәсәй (Бөтә Союз) тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау йәмғиәтенең Башҡ‑н республика бүлексәһе советы ағзаһы, 1971 й. — тыуған яҡты өйрәнеү секцияһы рәйесе. 1991 й. башлап Өфөлә “Тыуған яҡты өйрәнеү б‑са Барсов уҡыуҙары” үткәрелә.

Хеҙм.: Национальный состав населения БАССР (по районам проживания главных народностей) //Хозяйство Башкирии. 1928. № 8, 9; К истории переписей населения в Башкирской АССР //Записки Башкирского филиала географического общества СССР. 1960. Вып. 2; На заре книжного и библиотечного дела в Уфе //По тропам былого: краевед. сб. Уфа, 1980.

М.Ғәлиева, Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019