Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЫСТРЫХ Фёдор Павлович

Просмотров: 786

БЫСТРЫХ Фёдор Павлович [23.12.1901, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Таҙтүбә а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 2.5.1976, Свердловск ҡ.], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1960), проф. (1961). Н.К.Крупская ис. Коммунистик тәрбиә акад. тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1929) Свердловск вуздарында уҡыта (1941—53 йй. һәм 1956—69 йй. Урал ун‑тының марксизм‑ленинизм һәм КПСС тарихы каф. мөдире). 1953—56 йй. Ҡытай Халыҡ Респ. вуздарында эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре Уралда революция хәрәкәте, партия ойошмалары эшмәкәрлеге тарихына арналған. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Окт. Революцияһы (1971), “Почёт Билдәһе” (1961) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Возникновение Уральской областной организации РСДРП(б). Свердловск, 1933; Большевистские организации Урала в революции 1905—1907 годов. Свердловск, 1959.

Н.Н.Попов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019