Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОРАЙ ИХТИЛАЛЫ

Просмотров: 1330

БОРАЙ ИХТИЛАЛЫ, 1918 й. Бөрө өйәҙе Борай улусы халҡының советтарға ҡаршы ҡораллы күтәрелеше. 1917 й. 21 дек. Өфө губерна аҙыҡ-түлек ком‑тының “Артыҡ игенде мәжбүри тапшырыу тураһында” ҡарарын үтәүсе аҙыҡ‑түлек отрядтары эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә тыуа. Ихтилалға С.Д.Мәҡсүтов һәм сауҙагәр Ш.Хәмитов етәкселек итә. Ҡатнашыусыларҙың төп өлөшөн башҡ. крәҫтиәндәре тәшкил итә [(ҡара: Крәҫтиәндәр күтәрелеше (1918—21)]. 1918 й. март уртаһында Борай а. кешеләре Борай улус советы ағзаларын ҡулға ала, Борай башҡ. кантонын ойоштороу т‑да иғлан итә, үҙидара орган — Борай башҡ. милли советын төҙөй, “большевиктарға ҡаршы” ҡораллы отряд ойоштора һәм, теләктәшлеккә саҡырып, күрше улустарға агитаторҙар ебәрә. Крәҫтиәндәр Рәсәйҙең үҙәк губерналарына ебәреү өсөн әҙерләнгән 30 мең т ашыу иген һалынған келәттәрҙе баҫып ала. Бөрө ҡ. килгән Ҡыҙыл гвардия отрядтарына ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтелә. 27 мартҡа ҡараған төндә Өфөнән килгән Ҡыҙыл гвардия отряды ҡаршылыҡһыҙ Борайға инә һәм совет власын тергеҙә. Улус кулактарына штраф (1,5 млн һум) һалына.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019