Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЙГӨЛ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

Просмотров: 710

АЙГӨЛ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Айгөл а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1010 кеше; 1920 — 998; 1939 — 979; 1959 — 733; 1989 — 605; 2002 — 635; 2010 — 641 кеше. Сыуаштар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Яңы Фёдоровка урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Тәлтем-Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яңы суҡындырылған сыуаштар нигеҙ һала, 1795 й. (114 кеше иҫәпкә алынған) билдәле. Һуңыраҡ бында Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҡарамалы а. һәм Бөгөлмәөйәҙе Сиҙәк а. сыҡҡан кешеләр күсеп ултырған. 1865 й. А. (Айкүлдә) 76 йортта 456 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, ылаусылыҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп, тимерлек, һыу тирмәне, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 1920 й. 2 ауыл булараҡ иҫәпкә алынған: 1‑се А. (Иҫке Айгөл) 128 йортта 682 кеше (сыуаштар) йәшәгән, 2‑се А. (Яңы Айгөл) 57 йортта — 316 кеше (урыҫтар). 1939 й. беренсе ауылда 656 кеше теркәлгән, икенсеһендә — 323 кеше. 50‑се йй. уртаһынан бергә иҫәпкә алыналар.

Ю.А.Кәримов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: