Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЦЕТАЛДӘР

Просмотров: 1129

АЦЕТАЛДӘР (1,1-диалкоксиалкандар һәм 1,3-диоксациклоалкандар), 1,1-, 1,2- йәки 1,3-гликолдәрҙең һәм гидратлаштырылған альдегидтарҙың HRC(OR’)(OR”) дөйөм формулалы (R, R’, R” — органик радикалдар) ябай эфирҙары. Циклһыҙ симметриялы (R’, R” бер төрлө), симметрияһыҙ, йәки ҡатнаш А. (R’, R” башҡа төрлө); цикллы альдегидтарҙың 1,2-гликолле (диоксоландар), 1,3-гликолле (диоксандар) А., циклоалкандарҙың 1,3‑дигетероаналогтарын (азотлы һәм көкөртлө диоксандар) айыралар. Һыуҙа — насар, органик эреткестәрҙә яҡшы эреүсән, хуш еҫле төҫһөҙ шыйыҡса. Шыйығайтылған кислоталарҙа гидролизланып, альдегидтар барлыҡҡа килтерә. Йылытҡанда А., винил эфирҙары, алкиларилацеталдәр — фенолдар барлыҡҡа килтереп, тарҡала. Башҡортостанда Д.Л.Рахманҡолов етәкс. 20 б. 70‑се йй. алып ӨДНТУ-ла һәм 90-сы йй. башлап Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар ҒТИ‑нда А. һәм уларҙың гетероаналогтарын синтезлау ысулдарын уйлап табыу, төрлө химик әүерелештәрен өйрәнеү б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. С.С.Злотский, У.Б.Имашев — һыҙыҡлы һәм цикллы А. алыу технологияһы һәм уларҙың химик үҙенсәлектәрен, Е.А.Кантор, Э.М.Ҡурамшин, М.Ғ.Сәфәров — А. реакцияларының кинетикаһы һәм механизмын, аралаш һәм һуңғы продукттар төҙөлөшөн, В.В.Зорин, Р.С.Мөсәүиров А. кислородлы, азотлы, көкөртлө, кремнийлы һ.б. аналогтарын синтезлау ысулдарын өйрәнә. А. ҡайһы берҙәре респ. киң ҡулланыла: 4,4‑диметил‑1,3‑диоксан — пиромеллит диангидридын таҙартыусы эретмә, скважиналарҙың забой буйын эшкәрткәндә гипслы‑углеводородлы ултырмаларҙы, быраулау эретмәһенә көкөртлө водород сығыуын туҡтатыусы һ.б. өҫтәмә (В.И.Мархасин, М.Р.Мәүлитов); 5‑этил‑5‑гидроксиметил‑2‑(фу­рил‑2)‑1,3‑диоксан — үҫемлектәр үҫешен көйләгес; 4‑метил-4-фенил-1,3-диоксан — һыулы эмульсиялы буяуҙар етештереүҙә коалесценциялаусы өҫтәмә (Е.В.Пастушенко). 4-метил-4-фенил-1,3-диоксан нигеҙендә коррозия ингибиторҙары уйлап табыла һәм 80-се йй. аҙ. Стәрлетамаҡ нефтехимия заводында етештереүгә индерелә. БР-ҙа 100‑ҙән ашыу А. уйлап табылған, улар 1995 й. тиклем “Уфареактив” эксперименталь‑тәжрибә з-дында, 2005 й. тиклем Аҙ күләмле химия продукттары һәм реактивтар ҒТИ‑ның тәжрибә производствоһында сығарыла. Пластификаторҙар сифатында, синтетик йыуыу саралары һ.б. етештереүҙә ҡулланылалар.

Әҙәб.: Яновская Л.А., Юфит С.С., Кучеров В.Ф. Химия ацеталей. М., 1975; Химия и технология 1,3‑диоксациклоалканов. М., 1979. (Итоги науки и техники. Серия: Технология органических веществ; т. 5); Успехи химии 1,1‑диалкоксиалканов. М., 1983. (Итоги науки и техники. Серия: Технология органических веществ; т. 7); Механизмы реакций ацеталей. М., 1987; Методы синтеза 1,3‑ди­гетероаналогов циклоалканов. Уфа, 1998.

И.Н.Сираева

Тәрж. Л.И.Шарапова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: