Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЭРОГЕЛДӘР

Просмотров: 1041

АЭРОГЕЛДӘР (аэро... һәм лат. gelo — ҡуйырам), гелдәрҙе киптереү юлы м‑н алынған микрокүҙәүле ыуалыусан есемдәр (ҡара: Дисперслы системалар). Алюмогель (алюмин гидроксиды гелен һыуҙан айырыу юлы м‑н алалар), силикагелде (поликремний к‑таһы гелен ҡыҙҙырып киптереү юлы м-н) айыралар. 20 б. 60‑сы йй. башында Салауат нефтехимия комб-тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) ҡулланыу сифаттары б-са сит илдәрҙәге аналогтарынан ҡалышмаған ил күләмендә берҙән-бер гидрофоб булмаған кремний к‑таһы А. производствоһы ойошторола. А. йылы үткәреүсәнлеге (0,0016 Вт/ м град) һәм механик ныҡлығы (ташығанда еңел ваҡлана) түбән; күҙәүҙәрҙең дәүмәле молекуланың ирекле рәүештә үткән юлынан кәмерәк. Өҙлөкһөҙ А. етештереү процесының технологик схемаһын илдә тәүге тапҡыр В.Г.Никитас, М.А.Ниренберг, М.Ф.Сисин һ.б. эшләй. А. етештереү кремний к‑таһы гидрогелен алыу (50‑се йй. уртаһынан пр‑тиела сығарылыусы киҫәкле силикаттың һыулы эретмәһе м-н көкөрт к‑таһын ҡатнаштырып), этил спирты ағымы ярҙамында күҙәнәктәрҙәге һыуҙы ҡыҫырыҡлап сығарып, уны киптереү (структур төҙөлөшөн һаҡлап), ағымлы реакторҙарҙа (245°С т‑рала һәм 8—9,5 МПа баҫым аҫтында) һөлдә каркасына тотороҡлолоҡ биреү, сепараторҙар аша үткәреү (90—160°С; 0,06 МПа), өҫтәмә ҡыҙҙырыу үткәргәндән һуң, герметик тараларға (сөнки А. һауа м‑н контактҡа ингәндә һыу парҙарын еңел һеңдерә һәм йылы үткәрмәүсәнлеген юғалта) һалыу (киҫәксәләренең дәүмәле 0,315 мм кәмерәк булған ҡойолоп тороусан порошок) стадияларынан тора. А. хроматографияла — адсорбенттар, катализда таратыусылар сифатында, минераль майҙарҙы, спирттарҙы, аминокислоталарҙы һ.б. таҙартыу, самолёттар төҙөү, йыһан һәм криоген техникаһында, мед. сәнәғәтендә йылылыҡ үткәрмәү һәм вакуум һаҡлау, көнкүрештә һәм сәнәғәттә ҡулланылыусы һыуытҡыс ҡулайламаларын эшләү өсөн файҙаланалар.

В.А.Потеряхин

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: