Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АСҠЫН, ауыл, Асҡын р‑ны үҙәге

Просмотров: 1174

АСҠЫН, ауыл, Асҡын р‑ны (1930—32 йй., 1935—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Асҡын а/с үҙәге. Өфөнән Т.‑Көнc. 213 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 110 км алыҫлыҡта Борма, Асҡын йй. (Төй й. басс.) буйында, Яугилде—Щучье Озеро (Пермь крайы), Иҫке Балтас—Асҡын автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 2,2; 1920 — 2,9; 1939 — 3,7; 1959 — 4,2; 1989 — 5,6; 2002 — 6,9; 2010 — 6,9. Башҡорттар, татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002). ПУ, 2 урта мәктәп (ш. иҫ. Асҡын урта мәктәбе №2), балалар сәнғәт мәктәбе, Балалар ижады үҙәге, үҫмерҙәр клубы, 3 балалар баҡсаһы, үҙәк район дауаханаһы, мәҙәниәт йорто (5 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы, ш. иҫ. “Бүләк” башҡ. халыҡ театры, “Бөркөттәр” ир‑егеттәр халыҡ вокаль ансамбле), үҙәк һәм балалар район китапханалары, музей, спорт клубы, мәсет, Николай сиркәүе (20 б. 20‑се йй., архитектура ҡомартҡыһы) бар.

Себер даруғаһы Өфө-Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са Пермь губернаһының урыҫ крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1783 й. билдәле. 1798 й. ш. уҡ шарттарҙа бында дәүләт крәҫтиәндәре килеп урынлаша. 1795 й. 104 йортта 628 кеше иҫәпләнгән, 1865 й. 345 йортта — 1881 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, ылаусылыҡ, тимерселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. А. улус идараһы урынлашҡан булған; сиркәү (1820 й. төҙөлгән), расколсыларҙың ғибәҙәтханаһы, 2 училище, почта станцияһы, май бешеү з‑ды, 3 һыу тирмәне, 25 сауҙа кибете булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. 2 класлы министрлыҡ училищеһы, һөнәрселек һәм ҡыҙ балалар мәктәбе, 3 тирмән, земство дауаханаһы, почта‑телеграф бүлексәһе, бакалея, галантерея, шарап, 2 һыра, 11 мануфактура кибете, мөгәзәй теркәлгән; ауылда улус идараһы булған. Р.Ғ.Вәлинуров, В.И.Герасимов, В.А.Игошев, Ф.А.Кащеев, Л.И.Нагаева, Г.С.Саблуков, А.А.Смородинцев, А.М.Ханов, Н.И.Хисаметдинов ошо ауылда тыуған.

М.Ф.Хисмәтов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019