Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЛТИНА Лидия Әшрәф ҡыҙы

Просмотров: 674

БАЛТИНА Лидия Әшрәф ҡыҙы (18.10.1947, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Туймазы ҡсб, хәҙ. Туймазы ҡ.), химик-органик. Химия ф. д‑ры (1995), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1971) Органик химия ин‑тында эшләй (1980—84 йй. ғилми секретарь, 1996 й. алып төп ғилми хеҙм‑р), бер үк ваҡытта 1999 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта, 2004 й. — Респ. экспертизалар тикшеренеүғилми-консультация үҙәге эксперты. Фәнни эшмәкәрлеге тритерпеноидтар һәм уларҙың гликозидтары химияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Б. ҡатнашлығында биол. актив компоненттар — татлы тамыр (глициррет кислотаһы, глицирризин кислотаһы), аҡҡайын ҡайыры (бетулин, бетулин к‑таһы) экстракттары — нигеҙендә яңы дарыу препараттарын синтезлау ысулдары; вирустарға ҡаршы ҡулланылыусы ниглизин препараты, иммуномодуляторҙар; атипик пневмония вирусы, А (Н1N1) инфлюэнцаһы һәм Энштейн-Барр вирусы ингибиторҙары эшләнә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 75 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Мурамилпептиды. Екатеринбург, 1998 (авторҙ.); Солодка: биоразнообразие, химия, применение в медицине. Новосибирск, 2007 (авторҙ.).

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019