Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӘХТИЗИН Рәүеф Заһит улы

Просмотров: 1336

БӘХТИЗИН Рәүеф Заһит улы (20.1.1943, Өфө), физик. Физика-матем. ф. д‑ры (1990), проф. (1991). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1992), БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1996), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2006), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1991). З.И.Бәхтизиндең улы. ЛДУ‑ны тамамлаған (1966). 1972 й. алып БДУ‑ла эшләй (1980 й. башлап физик электроника һәм нанофизика каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге металдар һәм ярым үткәргестәр электр ҡыры эмиссияһы микроскопияһы һәм электрон спектроскопияһы, вакуум электроникаһы, айырыуса юғары вакуумда сканирлаусы туннель микроскопияһы һәм нанофизика өлкәләрендә тикшеренеүҙәр, электрон техника өсөн материалдар уйлап табыу м‑н бәйле. Б. яңы фәнни йүнәлеш — ярым үткәргес электр ҡыры эмиттерҙары флуктуация спектроскопияһы үҫешенә булышлыҡ итә, ярым үткәргес гетероген йөҙөнөң статик моделен төҙөй. 260‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2005).

В.А.Мазунов

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Р.З.Бәхтизин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019