Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАЛДЫҠҺЫҘ ТЕХНОЛОГИЯ

Просмотров: 1079

ҠАЛДЫҠҺЫҘ ТЕХНОЛОГИЯ, продукцияны ағынты һыу, газ ташландыҡтары һәм етештереү ҡалдыҡтарын барлыҡҡа килтермәгән оптималь (матди һәм энергия ағымдары йомоҡ тоташҡан) технологик схемалар б‑са етештереү ысулы. Ҡ.т. төшөнсәһе шартлы, сөнки ысынбарлыҡта тулыһынса ҡалдыҡһыҙ һәм тирә‑яҡ мөхиткә кире тәьҫир яһамай торған продукция етештереү мөмкин түгел.

Сәнәғәттә Ҡ.т. ҡулланыу ихтыяжы 20 б. 50‑се йй. сәнәғәттең төп тармаҡтарының (сеймал табыу һәм эшкәртеү) тиҙ үҫешеүе һөҙөмтәһендә, тирә‑яҡ мөхиттең бысраныуы һәм тәбиғәт ресурстарының кәмеүе арҡаһында барлыҡҡа килә. Фән һәм техника үҫешенең хәҙ. этабында Ҡ.т. иҫәбенә ғәмәлдә сеймал һәм энергия файҙаланыуҙа юғалтыуҙары ҙур булмаған, ҡалдыҡтарҙы технологик процесҡа икенсел ресурстар рәүешендә йәлеп иткән аҙ ҡалдыҡлы, энергияны һәм ресурстарҙы һаҡлаусы технологияларҙы индерәләр. Аҙ ҡалдыҡлы етештереү шарттарында антропоген ташландыҡ һәм ағынты һыу составындағы ағыулы матдәләрҙең күләме рәсми сикләнеүле концентрациянан артыҡ булмаҫҡа тейеш. Ҡ.т. күсеү ташландыҡтар күләмен кәметеү юлы м‑н алып барылырға тейеш (ҡара: Рәсми сикләнеүле ташландыҡтар, Рәсми сикләнеүле ағынтылар). Хәҙ. технологиялар шарттарында аҙ ҡалдыҡлы производстволарҙы төбәктең айырым пр‑тиеларын терр. кооперациялау нигеҙендә ойошторорға мөмкин. Башҡортостанда бындай кооперациялау тау сәнәғәте, металлургия, юл һәм төҙөлөш материалдары етештереү пр‑тиелары комплексында, ш. уҡ нефть сығарыу сәнәғәте, химия сәнәғәте һәм нефтехимиясәнәғәте предприятиеларында ойошторолорға мөмкин.

70‑се йй. уртаһынан Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда антропоген ташландыҡтарҙың һәм ағынты һыуҙарҙың күләмен кәметеүгә йүнәлтелгән экология проблемаларын хәл итеү м‑н бергә (һыу менән тәьмин итеүҙең ябыҡ циклдарын, ныҡ бысранған ағынтыларҙы таҙартыу б‑са локаль блоктар төҙөү юлы м‑н) көкөртлө нефттәрҙән нефть продукттары (мотор яғыулығы, битумдар һ.б.) алыуҙың аҙ ҡалдыҡлы, энергия һәм ресурс һаҡлаусы технологияларын уйлап табыу, ш. уҡ сәнәғәт ҡалдыҡтарын (нефть шламдары, куб ҡалдыҡтары һ.б.) тауар продукттары етештереүгә йәлеп итеү б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. Ҡалдыҡ һәм компаундланған битумдарҙың Ҡ.т. варианттары (Ю.А.Кутьин, Э.Ғ.Теләшев), нефть ҡалдыҡтарын асфальтһыҙлаштырыуҙың энергия һаҡлаусы технологияһы (И.Р.Хәйрудинов), эмульсиялы нефть шламдарын ҡаҙан яғыулығы компоненты итеп рациональ файҙаланыуҙың (Р.Ғ.Ғәлиев, А.В. Купцов), һыуҙың технологик конденсатын фенолһыҙландырыуҙың (Ғәлиев) технологияһы эшләнә.

90‑сы йй. 2‑се ярт. Башҡортостан нефтехимия компанияһы пр‑тиеларының һәм яҡын сит ил НЭЗ‑дарының технологик схемаларын модернизациялау б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә, уларҙың нигеҙендә әле эшләгән ҡоролмаларҙы реконструкциялау һәм яңыларын проектлауға технологик регламенттар төҙөлә. “Газпром нефтехим Салават” ААЙ‑нда элек атмосфераға сығарып ташланған һәм тирә‑яҡ мөхитте бысратҡан сорбцияланған газдарҙан өҫтәмә миҡдарҙа аммиак алыу өсөн мембраналы ҡоролма төҙөлә.

У.Ғ.Ибәтуллин, А.В.Купцов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: