БЕНЗПИРЕН
БЕНЗПИРЕН, бензопирен, C20H12, полициклик ароматик углеводород. Б. молекулаһы быуынлап тоташтырылған 5 циклдан тора (ҡара: Конденсирланған ароматик берләшмәләр). 2 изомер рәүешендә була (1,2‑Б. һәм 4,5‑Б.). Һәүерташ, таш күмер һ.б. ыҫмалаларҙа бар, уларҙан экстракция ысулы м‑н алына. tиреү 178—179°С, тығыҙлығы 1351 кг/ м3 булған, органик эреткестәрҙә яҡшы, һыуҙа насар эреүсе төҫһөҙ (4,5‑Б.) һәм асыҡ һары (1,2‑Б.) төҫтәге кристалдар. Ароматик углеводородтарға хас булған химик реакцияларға инә. 1,2‑Б. — иң билдәле һәм көслө канцероген берләшмәләрҙең береһе. Башҡортостанда Б. м‑н тирә‑яҡ мөхитте бысратыуҙың төп сығанаҡтары — нефть эшкәртеү сәнәғәте пр‑тиелары (битумдар производствоһы, кокслаштырыу, крекинг) һәм автомобиль транспорты; ш. уҡ антропоген ташландыҡтар һөҙөмтәһендә тирә‑яҡ мөхиткә тарала. Күбеһенсә сәнәғәт пр‑тиелары эргәһендәге, автомагистраль буйҙарындағы тупраҡтың өҫкө ҡатламын зарарлай; ҡайһы бер үҫемлектәр (лишайниктар, мүктәр) тарафынан йотола.
Әҙәб.: Майстренко В.Н., Хамитов Р.З., Будников Г.К. Эколого‑аналитический мониторинг супертоксикантов. М., 1996.
М.Ғ.Сәфәров
Тәрж. Л.И.Шарапова