Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕНЬКОВСКИЙ Василий Григорьевич

Просмотров: 972

БЕНЬКОВСКИЙ Василий Григорьевич (25.1.1912, Одесса ҡ. — 20.1.1986, Өфө ҡ.), физик‑химик. Ҡаҙаҡ ССР‑ы ФА академигы (1967). Химия фәндәре докторы (1952), профессор (1953). Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1963). Одесса университетын тамамлағандан һуң (1940) Ҡаҙағстанда эшләй: 1949 й. алып Ҡаҙаҡ ССР‑ы ФА‑һында (1960 й. башлап Нефть һәм тәбиғи тоҙҙар химияһы институты директоры, Гурьев ҡ.). 1968—82 йй. Химия институтында үҙе ойошторған лаборатория мөдире (Өфө ҡ.). Фәнни тикшеренеүҙәре нефть эмульсиялары, нефттән алынған ыҫмалалы ҡалдыҡтар һәм өҫкө йөҙҙә актив матдәләр проблемаларына арналған. Б. тарафынан тәүге тапҡыр нефть эмульсиялары теорияһы нигеҙҙәре һәм скважиналар быраулағанда ҡулланылған йыуҙыртыусы шыйыҡсаларҙы стабилләштереү тәҡдим ителгән; нефттең ыҫмалалы ҡалдыҡтарынан эмульгаторҙар айырып алыу, көслө һәм көсһөҙ кислоталы катиониттар алыу ысулдары эшләнгән; магистраль нефть һәм газ үткәргестәрҙе коррозиянан һаҡлау системаһы (Пластобит 2М) уйлап табылған һәм етештереүгә индерелгән (С.Р.Рафиҡов менән берлектә). 1968—86 йй. Б. етәкселегендә нефттең азоторганик берләшмәләре комплекслы өйрәнелгән, уларҙы гидрокрекинг һәм кокслаштырыу дистилляттарынан алыу ысулдары эшләнгән, химик составтары билдәләнгән. Б. тәүге тапҡыр нефть продукттарында беренсел ароматик аминдар (алкиланилиндар) булыуын асыҡлай. СССР МС‑ы премияһы лауреаты (1983). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән (1952).

Н.К.Ляпина

Тәрж. Л.И.Шарапова

 

 

 

Н.К.Ляпина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.09.2022