Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕРГ Генрих Артурович

Просмотров: 845

БЕРГ Генрих Артурович (15.9.1933, Өфө — 25.2.2018, шунда уҡ), инженер-технолог. Техник ф. канд. (1966). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1981), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1993), РФ‑тың почётлы нефтехимигы (2001), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1983). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1956) Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда эшләй: 1962 й. алып лаб. мөдире, 1968 й. — бүлек мөдире, 1993—2000 йй. төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни хеҙмәттәре нефть эшкәртеү схемаларын оптималләштереү, икенсел дистилляттарҙың һәм нефть ҡалдыҡтарының сифатын яҡшыртыу проблемаларын өйрәнеүгә; углеродлы сүс алыу технологияһын эшләүгә арналған. Б. ҡатнашлығында юғары таҙалыҡтағы циклогексан (Өфө нефть эшкәртеү заводы) һәм сит илгә сығарыла торған кәрәсин (“Газпром нефтехим Салават” ААЙ) алыу технологиялары уйлап табылған һәм етештереүгә индерелгән; икенсел бензиндарҙы гидрирлау һәм нефть ҡалдыҡтарын асфальтһыҙлаштырыу, ҡарасығанаҡ газ конденсатын ҡыуыуҙан ҡалған ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү процестары эшләнгән һәм үҙләштерелгән (Өфө НЭЗ‑ы). 220‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 50 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019