Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕТОН

Просмотров: 1214

БЕТОН (фр. beton), бәйләүес матдәләр (һыу ҡатыш йәки һыуһыҙ), тулыландырыусылар һәм махсус өҫтәмәләр (модификаторҙар) ҡатнашмаһын формаға индереп ҡатырыу һөҙөмтәһендә алынған таш һымаҡ яһалма материал. Б. бәйләүес матдә төрө (цементлы, силикатлы, гипслы, шлаклы-һелтеле, битумлы, полимерлы-цементлы) һәм тәғәйенләнеше (ғәҙәти, гидротехник, юл һәм аэродромдар өсөн, махсус тәғәйенләнешле — эҫегә, к‑таға сыҙамлы һ.б.), әҙерләү ысулы (монолит, йыйылма) б‑са классификациялайҙар. Тығыҙлығы б‑са Б. айырыуса ауыр (2500 кг/м3 ашыу; цемент һәм тәбиғи йәки яһалма тулыландырыусылар — магнетит, барит, ҡорос онтағы йәки юнысҡыһы — нигеҙендәге), ауыр (2200—2500; цемент һәм тау тоҡомдары араһынан тығыҙ тулыландырыусыларҙан — ваҡланған таш, ҡырсынташтан), еңеләйтелгән (1800—2200; цемент һәм ваҡланған таш кеүек артыҡ тығыҙ булмаған эре тулыландырыусыларҙан), еңел (500—1800; органик, үтә еңел, гидравлик бәйләүес һәм керамзит, күпертелгән шлак һ.б. күҙәнәкле яһалма йәки тәбиғи тулыландырыусыларҙан), айырыуса еңелгә (күҙәнәкле бетон, күбекле бетон, 500 кг/ м3 әҙерәк; бәйләүес матдәне күпертеп һәм перлит, вермикулит, күпертелгән полистирол кеүек яһалма күҙәнәкле еңел тулыландырыусыларҙан алалар) бүләләр. Б. төп үҙенсәлектәре: ҡыҫыуға сыҙамлы, һуҙыуға ҡаршы тороусанлығы насар (уны яҡшыртыу өсөн Б. ҡорос сымдар м-н арматуралайҙар; ҡара: Тимер-бетон), утҡа һәм һалҡынға үтә сыҙамлы, тығыҙлығы юғары һ.б. Уның үҙенсәлектәрен яҡшыртыу өсөн ныҡлыҡ, һалҡынға сыҙамлылыҡ, һыу үткәрмәүсәнлекте арттырыусы, түбән т‑рала Б. ҡатырыусы һәм уны тиҙләтеүсе өҫтәмәләр, ҡорос коррозияһы ингибиторҙары ҡулланыла. Б. иң боронғо һәм төп төҙөлөш материалдарының береһе, уны б.э.т. 3 б. алып ҡулланғандар.

Башҡортостанда 13 б. башында Турахан кәшәнәһен төҙөүҙә файҙаланыла; уның стеналары ярым бут һалыу системаһы м-н ҡоролған, йәғни ике параллель стена араһындағы ҡыуышлыҡ буто-бетон (эзбизташ иҙелмәһендәге ваҡ таш) м-н тултырылған. Һуңынан Б. ҡулланыу өлөшләтә туҡтала һәм 19 б. 2‑се ярт., гидравлик бәйләүес матдәләр уйлап табылғандан һәм сәнәғәт портландцементын етештереү ойошторолғандан һуң, уны киң даирәлә файҙаланыу мөмкинлеге тыуа. 20 б. 50‑се йй. уртаһынан БР Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү, проект-конструкторлыҡ һәм производство ин‑тында цементлы ауыр һәм еңел Б. етештереү технологияларын камиллаштырыу б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. Керамзит‑бетондан ҡаплау плиталары, өс ҡатлы стена панелдәре, призматик, центрифугала тотолған ҡыуыш йомро һәм һуғыуға сыҙамлы свайҙар, күпертелгән полистиролдан айырыуса еңел, автоклавта әҙерләнгән күҙәүле, ваҡ төйөрлө (ҡомдан), еңел конструкция Б. алыу технологиялары уйлап табыла. Б. өсөн эффектив пластификаторҙар һәм күпертеүселәр (ЛИГФОЛ-01, ЛЕГПОР-01) эшләнә (Р.И.Буранғолов, Д.М.Хәбиров) һәм 90-сы йй. башынан төҙөлөштә ҡулланыла. Респ. 60—70-се йй. — Б. бөтә төрҙәрен һәм заманса технологиялар б‑са унан изделиелар (йыйылма тимер-бетон, ферма, балка, плита кеүек көсөргәнеште үҙенә алған конструкциялар, бетонлы стена таштары) етештереү; 90-сы йй. аҙ. алып күҙәнәкле бетон (Өфө төҙөлөш материалдары комбинаты) һәм айырыуса еңел полистирол күбекле Б. (Бәләбәй, Күмертау, Мәләүез, Өфө ҡҡ.) етештереү үҙләштерелә. 70-се йй. аҙ. алып Өфөлә торлаҡ йорттарҙың нигеҙен һалыуҙа свайҙар, Стәрлетамаҡ р‑нындағы “Спартак” сусҡасылыҡ комплексын һәм “Башҡортостан” ҡошсолоҡ ф‑каһын төҙөүҙә өс ҡатлы стена панелдәре ҡулланыла. Полистирол күбекле Б. полипропилен етештереү корпустары (“Уфаоргсинтез”, 1995), “Автонормаль” з-дының ярҙамсы цехтары комплексы (Бәләбәй, 1995—98), Каруанһарай (Өфө, 1998) һ.б. объекттарҙың монолит йылылыҡ үткәрмәүсе түбәләре эшләнә.

Әҙәб.: Баженов Ю.М. Технология бетона. М., 1987.

Р.И.Буранғолов

Тәрж. Л.И.Шарапова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: