Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИЛӘН, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1071

БИЛӘН, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Билән а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 54 км һәм Назепетровск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 33 км алыҫлыҡта Билән й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 803 кеше; 1939 — 1279; 1959 — 1372; 1989 — 1012; 2002 — 883; 2010 — 853 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто (“Серҙәш” халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Бала-Ҡатай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Билән исеме м‑н нигеҙ һала, 18 б. аҙ. билдәле. 1869 й. (хәҙ. исемендә) 52 йортта 315 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, һал һәм кәмә яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, мәктәп булған; улус идараһы урынлашҡан. Ҡошсо кантонының адм. үҙәге булған. Ә.Х.Һунаршин, М.А.Шәмиғолов ошо ауылда тыуған.

Х.Ғ.Байморатова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: