Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛО АРЫҪЛАНҒОЛ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

Просмотров: 767

ОЛО АРЫҪЛАНҒОЛ, С и к Т а м а ғ ы, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Әбеш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 64 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 120 км алыҫлыҡта, Шайтантау заказнигы терр‑яһында, Сик й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 260 кеше; 1920 — 544; 1939 — 196; 1959 — 153; 1989 — 181; 2002 — 175; 2010 — 136 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Оло Әбеш урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Арыҫланғол исеме м‑н нигеҙ һалған, тип фараз ителә. Тәүге төпләнеүсе йорт старшинаһы ярҙамсыһы Арыҫлан Күскилдин исеме м‑н аталған. Икенсе исеме гидронимға бәйле. Шулай уҡ Наҙарғол булараҡ теркәлгән. 1795 й. 23 йортта 77 кеше йәшәгән, 1866 й. 50 йортта — 530 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. 3 ауыл иҫәпкә алынған: 1‑се Арыҫланғол, 2‑се Арыҫланғол һәм 3‑сө Арыҫланғол (аҙаҡҡы икәүһе 20‑се йй. Кесе Арыҫланғол булараҡ теркәлә); ш. уҡ мәктәп булған. 20‑се йй. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: