Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛО ҠУРАЗ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 698

ОЛО ҠУРАЗ, К у г о А г ы т а н, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Красный Холм а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 25 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 42 км алыҫлыҡта Кейебәк й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 545 кеше; 1920 — 483; 1939 — 463; 1959 — 412; 1989 — 355; 2002 — 366; 2010 — 303 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Красный Холм 3‑сө урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Уҫы даруғаһында мариҙар нигеҙ һала, Ҡураз исеме м‑н 1631 й. алып билдәле. 1795 й. 100 кеше йәшәгән, 1865 й. 70 йортта — 425 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. 19 б. 2‑се ярт. Кесе Ҡураз бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң, хәҙ. исемен ала. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән.

В.А.Акиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019