Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛО СОҠАЯЗ, Мишкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 709

ОЛО СОҠАЯҘ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Оло Соҡаяҙ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 31 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 100 км алыҫлыҡта Ҡыңғыр й. (Бөрө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 296 кеше; 1920 — 331; 1939 — 304; 1959 — 330; 1989 — 682; 2002 — 702; 2010 — 604 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1686 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Соҡаяҙ исеме м‑н мариҙар нигеҙ һала. 19 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. 1865 й. 26 йортта 151 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. 20 б. уртаһында О.С. Үрге Соҡаяҙ а. (1735 й. мариҙар нигеҙ һалған) м‑н ҡушылған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: