Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛО ТУҒАНАЙ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 827

ОЛО ТУҒАНАЙ, П е ч ё н к и н о, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Төлдө а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 8 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 68 км алыҫлыҡта Кейебәк й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 614 кеше; 1920 — 619; 1939 — 547; 1959 — 540; 1989 — 299; 2002 — 336; 2010 — 314 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 18 б. аҙ. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1770 й.) Ҡазан даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са (1790 й. рәсмиләштерелгән) Туғунай/Туғун исеме м‑н удмурттар нигеҙ һала. Шулай уҡ Кейебәкбаш исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 51 йортта 316 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Ярма ярғыс, 2 һыу тирмәне булған. 20 б. башында Кесе Туғанай бүлендек ауылы (20 б. аҙ. юҡҡа сыға) барлыҡҡа килгәс, хәҙ. исемен алған.

В.А.Акиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: