Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛО ШУҠШАН, Борай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 657

ОЛО ШУҠШАН, Борай р‑нындағы ауыл, Ваныш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 16 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 86 км алыҫлыҡта Варзы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 521 кеше; 1920 — 582; 1939 — 373; 1959 — 441; 1989 — 258; 2002 — 229; 2010 — 188 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (мари халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар.

Ауылға 1696 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Уҫы даруғаһы Эске‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Шуҡшан исе‑ ме м‑н мариҙар нигеҙ һала. 18 б. 30‑сы йй. Бәләкәй Шуҡшан бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәс, Оло (Иҫке) Шуҡшан исемен ала. 1865 й. 93 йортта 492 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. министрлыҡ мәктәбе, бакалея кибете теркәлгән. 20 б. 50‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Ф.Ф.Абазов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: