Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҪМАН

Просмотров: 777

БАҪМАН, нуғай мырҙаһы (15 б. 2‑се ярт.). Иҙеүкәй нәҫеленән. 15 б. һуңғы сирегендә Башҡортостандың көньяҡ өлөшө м‑н идара итә. Б. ставкаһы — Аҡтүбә — Яйыҡ й. буйында (хәҙ. Ырымбур ҡ.) урынлашҡан була. Б. 17 мең көймәле арбанан торған урҙаһы Ағиҙел, Яйыҡ йй. һәм уларҙың ҡушылдыҡтары буйлап күсеп йөрөй. Алтаҡар мырҙа тарафынан үҙ‑ара һуғышта үлтерелә. Башҡ. риүәйәттәренә ярашлы, Б. һәм уның көрәштәштәре ерләнгән урында “таш ҡәберлек” (18 б. П.И.Рычков тасуирлай) төҙөлә.

Әҙәб.: Мажитов Н.А., Султанова А.Н. История Башкортостана с древнейших времён до XVI века. Уфа, 1994.

С.И.Хәмиҙуллин

Тәрж. Д.К.Үзбәков


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: