Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАТРАКТАР

Просмотров: 853

БАТРАКТАР, 18 б. — 20 б. башында Рәсәйҙә халыҡтың ялланып эшләгән соц. төркөмө. Фәҡирлеккә төшкән крәҫтиәндәр, кулак һәм алпауыт хужалыҡтарына ялланып, Б. әүерелгән. Билдәле бер эш күләменә ҡарап һәм ваҡытлы (ай, осор, йыл өсөн) түләүҙәр эшкә яллауҙың төп формалары булған. 19 б. аҙ. Б. Өфө губернаһында крәҫтиәндәрҙең дөйөм һанының — 32%‑ын, Ырымбур губернаһында 31%‑ын тәшкил итә. 1912 й. Өфө губ. яҡынса 50 мең Б. (эш күләменә ҡарап түләнгән хеҙмәттә — яҡынса 35 мең кеше, ваҡытлыла — яҡынса 15 мең) була; 1929 й. БАССР‑ҙа — 113,6 мең Б. (эш күләменә ҡарап түләүҙә — 83 мең кеше, ваҡытлыла — 30,6 мең). Революциянан (1917) һуң Б. күбеһе а.х. артелдәренә, ауыл хужалығы коммуналарына һ.б. инә. Индустриялаштырыу һәм коллективлаштырыу барышында Б. колхоз крәҫтиәндәре һәм эшселәр синыфы сафтарына ҡушыла.

Р.Ә.Бикбаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019