Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТ ВӘКИЛЛЕКТӘРЕ

Просмотров: 1166

БАШҠОРТ ВӘКИЛЛЕКТӘРЕ, 1) Бөтә Рәсәй ҮБК Президиумы эргәһендәге БАССР вәкиллеге, БАССР‑ҙың һәм РСФСР-ҙың мәҙәни, иҡт. һәм юридик мөнәсәбәттәрен көйләү маҡсатында булдырылған учреждение. 1919 й. 30 мартында Мәскәүҙә “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү”гә ярашлы Бөтә Рәсәй ҮБК эргәһендәге АСБР вәкиллеге булараҡ ойошторола; 1920 й. алып РСФСР Милләттәр эштәре б‑са ХК эргәһендәге АСБР вәкиллеге, 1924 й. башлап Бөтә Рәсәй ҮБК Президиумы эргәһендәге БАССР вәкиллеге. 1920 й. эштәр м‑н идара итеү, тәьминәт, мәғлүмәт, автомобиль, дөйөм һәм иҫәп‑финанс бүлектәрен үҙ эсенә ала. Башҡ. респ. тулы хоҡуҡлы вәкилдәре Бөтә Рәсәй ҮБК, ХКС һәм РСФСР ХК ултырыштарында кәңәш биреү хоҡуғына эйә була. РСФСР ЮС‑ы Президиумы ҡарары б‑са Вәкиллек 1938 й. 3 дек. бөтөрөлә, вазифалары СССР ЮС‑ының Милләттәр Советына тапшырыла. Бөтә Рәсәй ҮБК эргәһендәге БАССР вәкилдәре: Ә.И.Бикбауов, Ш.М.Дауытов, Ғ.Ғ.Ҡыуатов, Ш.Ә.Манатов, А.К.Әҙеһәмов һ.б.

2) АСБР‑ҙың Төркөстандағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, 1921 й. 26 авг. Ташкентта АСБР ҮБК ҡарары б‑са АСБР һәм Төркөстан АССР‑ының мәҙәни, иҡт. һәм юридик мөнәсәбәттәрен көйләү маҡсатында ойошторола. 1922 й. 3 ғин. бөтөрөлә. 3) Ҡара: Башҡортостан Республикаһы вәкиллектәре.

Әҙәб.: Касимов С.Ф. Из истории башкирского представительства в Москве //Исторический опыт развития духовной культуры Башкортостана: тенденции, современность, перспективы. Уфа, 1992.

С.Ф.Ҡасимов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019