Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТ МИЛЛИ ХӘРӘКӘТЕ

Просмотров: 2135

БАШҠОРТ МИЛЛИ ХӘРӘКӘТЕ, 1917—21 йй. башҡорттарҙың автономия өсөн хәрәкәте. Революция (1917) барышында Рәсәй халыҡтарының демократик хәрәкәтенең бер өлөшө булараҡ барлыҡҡа килә; Башҡорт өлкә бюроһы ойошторолғандан һуң, башҡорттарҙың 17—19 бб. колониялаштырыуға ҡаршы көрәше [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.), ихтилал (1835), Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75)] традицияларын иҫәпкә алып, үҙ аллы сәйәсәт алып бара. Б.м.х. етәкселәре: Ә.Ә.Вәлидов, Ш.Бабич, Ю.Ю.Бикбов, Ғ.С.Иҙелбаев, Х.Й. Йомағолов, М.А.Ҡулаев, Ш.Ә.Манатов, С.Ғ.Мирасов, И.И.Мутин, А.К.Әҙеһәмов, М.К.Әҙеһәмов һ.б. Башҡ. интеллигенцияһы һәм мосолман руханиҙары Б.м.х. йүнәлтеүсе көсө була. Башҡ. халҡының дөйөм милли мәнфәғәттәренең уның айырым социаль төркөмдәре мәнфәғәттәренән өҫтөнлөгө т‑дағы ҡараш, ш. уҡ 17—20 бб. юғалтылған башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы, Ер сәйәсәте, Ер биләү, Колониялаштырыу) ҡайтарып биреү талабы Б.м.х. идеологияһында төп фекер була. Б.м.х. Башҡортостандың милли‑терр. автономияһы өсөн сығыш яһай (башҡорттарҙың Рәсәй составында милли- мәҙәни автономияһын яҡлаусы М.‑Ғ.Ғ.Ҡорбанғәлиев етәкс. төркөм айырылып сыға). Б.м.х. үҫеше 4 осорға бүленә: демократик (1917 й. майынан алып), большевиктарға ҡаршы (1918 й. февр. алып), совет (1919 й. февр. алып) һәм баш күтәреү (1920 й. июле — 1921 й. июне). 1917 й. 2‑се ярт. үткәрелгән Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары Б.м.х. етәксе органы — Башҡорт мәркәз шураһын — төҙөүгә һәм Өфө губернаһы, Пермь губернаһы, Һамар губернаһы һәм Ырымбур губернаһының башҡ. халҡы күпселекте тәшкил иткән улустарында уның бүлектәрен асыуға санкция бирә; хәрәкәттең сәйәси, соц. һәм иҡт. мәсьәләләр б‑са башҡорттарҙың күпселегенең ҡарашын сағылдырыусы маҡсаттарҙы рәсми рәүештә белдерә. 1917 й. 15 нояб. Башҡ. мәркәз шураһы Башҡортостандың тарихи сиктәрендә уның милли-терр. автономияһын иғлан итә (ҡара: Фармандар №1 һәм №2). Ул Милләт мәжлесе м‑н автономиялы Татар‑Башҡорт республикаһы — Урал‑Волга штатын — төҙөү эшендә хеҙмәттәшлектән баш тарта һәм Башҡортостан автономияһын тормошҡа ашырыуға тотона. 1917 й. аҙ. ойошторолған Башҡорт хөкүмәте һәм Кесе ҡоролтай дәүләт идаралығы учреждениеларын ойоштороу һәм Башҡорт ғәскәрен төҙөү эшен башлай. Башҡорттарҙың автономия өсөн хәрәкәте ерҙәренең бер өлөшөн Б.м.х. Башҡортостан терр‑яһы тип иғлан иткән өйәҙ һәм губерналарҙа Рәсәй власть органдарының, ш. уҡ Рәсәй мосолман халыҡтарының мәҙәни-милли автономияһы яҡлыларҙың ҡаршылығына осрай. Башҡ. хөкүмәте рәйесенең Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы эшендә ҡатнашыу өсөн китеүенә ҡарамаҫтан, Б.м.х. эшмәкәрлеге Рәсәй өсөн яҡынайып килгән Граждандар һуғышы кеүек уңайһыҙ шарттарҙа башҡ. милләтселеге һәм сепаратизм күренеше тип баһалана. 1918 й. февр. Ырымбур губерна хәрби‑революцион комитеты рәйесе бойороғо б‑са Башҡ. хөкүмәте ағзалары (рәйесенән башҡа) һәм Башҡ. мәркәз шураһы ағзаларының бер өлөшө ҡулға алына (төрмәнән апр. башында Ырымбурҙы башҡорт һәм казак отрядтары алған ваҡытта азат ителәләр); Башҡ. ғәскәренең беренсе полкын ойоштороу уны Ҡыҙыл гвардия отрядтары тарафынан ҡыуып таратыу м‑н тамамлана (ҡара: Баймаҡта башҡорт хөкүмәте ағзаларын атыу). Февр.—мартта йәш башҡ. революционерҙары һәм “Тулҡын” йәштәр ойошмаһы ағзалары ойошторған Башҡортостан Ваҡытлы революцион советы үҙен Башҡ. мәркәз шураһының вариҫы тип иғлан итә һәм РСФСР ХКС‑ы м‑н Башҡортостан совет автономияһын юридик яҡтан таныу т‑да һөйләшеүҙәргә әҙерлек башлай, ләкин Ырымбур губерна ХРК тарафынан таратыла. Урал‑Волга буйында совет власы ҡолағандан һуң, Граждандар һуғышы барышында Башҡ. хөкүмәте һәм Башҡ. мәркәз шураһы эшмәкәрлеген яңынан башлай. Улар Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты һәм Ваҡытлы Себер хөкүмәтенең башҡ. автономияһын таныуына, Башҡорт хәрби шураһы төҙөгән Башҡорт айырым корпусын Халыҡ армияһы составына индереүгә һәм уға Себер армияһының матди ярҙам күрһәтеүенә өлгәшә. Сент. Башҡ. хөкүмәте һәм Башҡ. мәркәз шураһы вәкилдәре Өфө дәүләт кәңәшмәһе эшендә һәм Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтен төҙөүҙә ҡатнаша, Башҡ. айырым корпусы полктары һәм Башҡорт ирекле отрядтары Ҡыҙыл Армияға ҡаршы һуғыша. Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенең дәүләт м‑н идара итеүҙе үҙәкләштереүгә алған йүнәлеше Б.м.х. м‑н фекер айырымлыҡтарына килтерә. Окт.—нояб. Б.м.х. етәкселәре Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенең автономиялы өлкә хөкүмәттәрен таратыу т‑дағы указын иғтибарһыҙ ҡалдыра һәм Рәсәй армияһы Юғары баш командующийы штабы нач. Башҡ. хәрби шураһын һәм Башҡ. ирекле отрядтарын таратыу, Башҡ. айырым корпусын ҡыҫҡартыу т‑дағы бойороҡтарын үтәүҙән баш тарта. Б.м.х. ҡатнашыусылар 1918 нояб. адмирал А.В.Колчакты Рәсәй Дәүләтенең Юғары хакимы һәм Рус армияһының Юғары баш командующийы тип иғлан итеүҙе, Колчак хәрби диктатураһын урынлаштырыуҙы, уның өлкә хөкүмәттәрен, ш. иҫ. Башҡ. хөкүмәтен, милли хәрби көстәрҙе таратыу т‑дағы белдереүен ризаһыҙлыҡ м‑н ҡаршылай. 1919 й. 18 февр. Б.м.х. етәкселәре, башҡ. ҡораллы көстәренең төп өлөшө совет хөкүмәте яғына сыға (ҡайһы бер хәрби частар Аҡтар хәрәкәте яғында ҡала). Башҡ. хөкүмәте һәм Башҡ. мәркәз шураһы РСФСР составында Авт. Совет Башҡ. Респ. (Бәләкәй Башҡортостан) төҙөлөүен иғлан итә, уның терр‑яһындағы юғары власты Башҡортостан хәрби- революцион комитетына бирә һәм уны Бөтә Рәсәй ҮБК һәм РСФСР ХКС‑ы тарафынан законлаштырыуға өлгәшә (ҡара: “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү”). 1919—20 йй. Башревком составына ингән Б.м.х. етәкселәре РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑тында, Ырымбур, Өфө һәм Силәбе губ. ХРК‑ларында һәм РКП(б) ком‑ттарында эшләгән урыҫ һәм татар хеҙм‑рҙәренең башҡ. автономияһын юҡ итеү маҡсатында уның абруйын төшөрөү ынтылыштарына ҡаршы көрәшә, күп татар эшмәкәрҙәренең совет татар‑башҡ. респ. төҙөргә тырышыуҙарына ҡаршы сыға. 1920 й. ғин. уртаһында РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑тының Б.м.х. ҡаршы тороусы ҡайһы бер ағзалары Башревком рәйесе бойороғо б‑са ҡулға алына (РСФСР ХКС‑ы рәйесе В.И.Ленин телеграммаһы б‑са улар азат ителә, ХРК рәйесе вазифаһынан бушатыла). Февр. респ. Башревком яҡлылар һәм уға ҡаршы тороусылар араһында ҡораллы бәрелештәр була. РСФСР Бөтә Рәсәй ҮБК һәм ХКС‑ының Башҡортостан автономияһын сикләүсе “Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында” ҡарары Б.м.х. етәкселәренең Башревком составынан сығыуына һәм уларҙың Урта Азияға китеүенә (ҡара: Баҫмасылыҡ) килтерә, Бөрйән- Түңгәүер ихтилалы сәбәптәренең береһе була. Б.м.х. ҡатнашыусыларҙың позицияһы РСФСР етәкселәренең төрки халыҡтар йәшәгән төбәктәрҙәге милли сәйәсәтенә йоғонто яһай. Ҡырғыҙ- Башҡорт Совет Республикаһы, ш. уҡ Татар‑Башҡорт Совет Республикаһы төҙөү проектынан баш тартыу һәм Автономиялы Ҡырғыҙ һәм Татар Совет Соц. Респ. ойоштороу (ярашлы рәүештә 1920 й. авг. һәм майы) Башҡортостандың хәлен юридик яҡтан нығыта. 1922 й. Башревком вариҫтары Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты һәм Башҡ. респ. ХКС‑ы Бөтә Рәсәй ҮБК тарафынан “Автономиялы Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы сиктәрен киңәйтеү тураһында” декреты ҡабул ителеүгә өлгәшә (ҡара: Оло Башҡортостан). Б.м.х. маҡсаттарының күпселек өлөшө бойомға аша: Оло Башҡортостандың терр. сиктәре һәм адм. ҡоролошо хәрәкәт етәкселәренең авт. Башҡ. респ. т‑дағы күҙаллауҙарына башлыса тап килә. 30‑сы йй. СССР‑ҙа Б.м.х. етәкселәренең күпселеге сәйәси репрессияларға дусар ителә. Б.м.х. ҡайһы бер активистары сәйәси эшмәкәрлекте эмиграцияла дауам итә.

Әҙәб.: Национально-государственное устройство Башкортостана (1917—1925 гг.): документы и материалы: в 4 т. Уфа, 2002—2009.

Н.У.Ишемғолов, М.М.Ҡолшәрипов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019