Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТ, хан

Просмотров: 1121

БАШҠОРТ, Дон ҡыпсаҡтары ханы. Урыҫ кенәздәренең үҙ‑ара һуғыштарында ҡатнаша. 1151 й. 5 майында Рут й. буйында Б., Суздаль кенәзе Юрий Долгорукий, Чернигов кенәздәре Владимир һәм Изяслав Давыдовичтарҙың союздаш ғәскәрҙәре бөйөк Киев кенәзе Изяслав Мстиславович сиреүенән еңелә. 1160—62 йй. Б. Изяслав Давыдович м‑н берлектә бөйөк Киев кенәзе Ростислав Мстиславовичҡа ҡаршы һуғыш алып бара, Белгородҡа, Киевҡа һәм Смоленскиға походтар ойоштора. 60—70‑се йй. Дәшти Ҡыпсаҡты урыҫ кенәздәренең баҫып инеүенән һаҡлай. 1184 й. 30 июлендә Орель й. буйындағы һуғышта Б. бер нисә хан м‑н бөйөк Киев кенәзе Святослав Всеволодович һ.б. кенәз ғәскәрҙәренә әсирлеккә эләгә, һуңыраҡ аҡса түләп азат ителә. Б. артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Б. исеме Дон ҡыпсаҡтары составында башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә берләшмәләре булыуын күрһәтә, был ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһенең уларҙың ата‑бабаларының Азов буйында булыуҙары т‑дағы мәғлүмәттәре м‑н раҫлана.

Әҙәб.: Плетнёва С.А. Половцы. М., 1990; Кучумов И.В. Башкирский император Китая. Уфа, 1995.

В.А.Иванов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019