Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕЛЯЕВ Николай Ильич

Просмотров: 1012

БЕЛЯЕВ Николай Ильич [13.2.1903, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Күтәрем а. (БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны) — 28.10.1966, Мәскәү], совет партия‑дәүләт эшмәкәре. Г.В.Плеханов ис. Мәскәү халыҡ хужалығы ин‑тын тамамлаған (1925). 1919—22 йй. Рәсәй коммунистик йәштәр союзының Калегин улус, Бөрө өйәҙ ком‑ттарының яуаплы секретары. 1925 й. алып Көнбайыш Себерҙә хужалыҡ эшендә, 1940 й. — ВКП(б)-ның Новосибирск өлкә ком‑ты секретары, Новосибирск өлкәһенең Хеҙмәтсәндәр депутаттары советы башҡарма ком‑ты рәйесе урынбаҫары, 1943 й. — Алтай крайының Хеҙмәтсәндәр депутаттары советы башҡарма ком‑ты рәйесе, КПСС‑тың Алтай край ком‑тының 1‑се секретары. 1955 й. башлап КПСС ҮК секретары, бюро рәйесе урынбаҫары, Президиум ағзаһы, 1957 й. — Ҡаҙағстан Коммунистар партияһы ҮК‑ның 1‑се секретары, 1960 й. КПСС‑тың Ставрополь край ком‑тының 1‑се секретары. 1952— 61 йй. КПСС ҮК ағзаһы, бер үк ваҡытта 1957—60 йй. ҮК Президиумы ағзаһы. СССР ЮС‑ының 3—5‑се саҡырылыш депутаты. 2 Ленин, 2 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019