БИКБАУОВ Әбдрәшит Ильяс
БИКБАУОВ Әбдрәшит Ильяс улы (1896, Сембер губ. Иҫке Зеленовка а. — 12.9.1938, Алыҫ Көнсығыш), Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. 1918 й. Каруанһарайҙа комендант командаһы нач., 1919 й. алып Ә.Ә.Вәлидовтың адъютанты, февр. Башҡорт ғәскәренең РККА составына инеүе т‑дағы һөйләшеүҙәрҙә, мартта “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү”гә ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша. 1919 й. башлап Бөтә Рәсәй ҮБК Президиумы эргәһендәге Башҡорт вәкиллегенең хәрби эштәр б‑са вәкиле урынбаҫары, 1921 й. алып БАССР ХКС‑ы рәйесе урынбаҫары, 1923 й. башлап “Башторг” тресы йәмғиәте идараһы рәйесе. 1924—25 йй. Мәскәүҙә БАССР сауҙа вәкиллегенең иҡтисадсы‑консультанты. Репрессиялана (1930), 1933—35 йй. Карелияла һөргөндә йәшәй. 1989 й. аҡлана.
Әҙәб.: Ярмуллин А.Ш. Әбдрәшит Бикбауов //Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Өфө, 2009.
Тәрж. Д.К.Үзбәков