Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИҒЛОВА Рәйсә Йыһандар ҡыҙы

Просмотров: 774

БИҒЛОВА Рәйсә Йыһандар ҡыҙы (1.10.1950, Өфө), химик-органик. Химия ф. д‑ры (1999), проф. (2000). РФ-тың почётлы юғары проф. биреү хеҙм-ре (2011), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ эшләй. Фәнни хеҙмәттәре юғары молекуляр фенолдарҙы синтезлауҙың селектив ысулдарын табыуға, полиолефиндарҙы һәм полидиендарҙы фенол һәм аминофенол ярҙамында модификациялауға арналған. Б. минераль майҙар һәм полимерҙар өсөн полифункциональ химикат‑өҫтәмәләр алыуҙың һөҙөмтәле ысулдарын тәҡдим итә; уның ҡатнашлығында полимер композицияһының яңы рецептураһы (поливинилхлорид нигеҙендә) эшләнә һәм 1990 й. башлап Химполимер ҒТИ‑нда (Иваново ҡ.) микроорганизмдар тәьҫиренә, дымға һәм иҫкереүгә сыҙамлы ныҡ материал алыуҙа файҙаланыла. 195‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 47 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019