Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИКБАУ БЕЙ, үҫәргән ырыуы башлығы

Просмотров: 1659

БИКБАУ БЕЙ, үҫәргән ырыуы башлығы. Үҫәргәндәрҙең Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшенә етәкселек итә. Шәжәрәгә һ.б. тарихи сығанаҡтарға ярашлы, Иҫке бей, Ҡаракүҙәк бей Мишәүәли, Шәғәле Шаҡман бей м‑н бергә көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының Мәскәү батшалығы составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып бара (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы). Килешеү төҙөгәндән һуң рус подданныйлығын ҡабул итеүҙе раҫлаусы жалованный грамота ала. Б.б. тархан титулы бирелә. Ейәнсура р‑нындағы Бикбау а. атамаһы Б.б. исеменән килеп сыҡҡан, тип фараз ителә.

Әҙәб.: Аҙнай бей мәҡ. ҡарағыҙ.

И.Ғҡманов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 04.11.2019